Тинде тингә ҡушһаң ғына…08.12.2015
Тинде тингә ҡушһаң ғына… Мөхәмәтуллин һүҙҙе ҡабырғаһы менән ҡуйып, урыҫтар әйтмешләй, үгеҙҙе мөгөҙөнән алды.

– Беҙ ҡымыҙ ҙа, йылҡы итенән яһалған продукция ла етештерә алабыҙ, тик бына һатыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Ҡымыҙҙы хатта ике-өс тапҡырға арттырырға мөмкин. Был төбәктә уны бешкән ҙур хужалыҡтар юҡ, – ти Алмас Зәнфир улы. – Мәҫәлән, район биләмәһендә ике шифахана бар. Балалар пульмонологияһы тармағының аҡсаһы етмәй. “Ҡарағай”ҙа иһә үҙҙәренең кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙҙары бар. Шулай ҙа магазин селтәрҙәре аша таратырға тырышабыҙ. Башҡа юлдар эҙләйбеҙ…
Тинде тингә ҡушһаң ғына…Баҙар үҙ шарттарын ҡуйып торһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй ирле-ҡатынлы Мөхәмәтуллиндар. Әйткәндәй, Алмас Зәнфир улы “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләһә, Ғәлиә Нурғәле ҡыҙы – шәхси эшҡыуар. Ике хужалыҡ та йылҡы үрсетеүгә йүнәлеш алған. Тәүгеһендә 300 башҡа яҡын ат бар, икенсеһендә иһә – 50-нән ашыу. Район етәкселеге ярҙамы менән 500 гектар ер бүленгән. Асылда аттар тибендән ҡайтмай. Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү өсөн Учалы районынан алғандар. Өйөрҙәрҙе нәҫел айғырҙары йөрөтһә лә, ҡарамайынса булмай. Был йәһәттән “ат йәнле” Илдус Ибраһимов – ҙур ярҙамсы. Иҫәп-хисап эштәрендә, ҡымыҙ бешкәндә бухгалтер Гөлсинә Аҡтарова ең һыҙғанып эшкә тотона. Бесән әҙерләүгә, ер эшкәртергә өс тракторҙары бар. Барлыҡ тағылма ҡорамалдар алынған. Йүнсел ағай менән апайҙың йәштәргә өлгө булырлыҡ алдағы пландарын да әйтке килә – ит продукцияһы цехы асырға ниәтләйҙәр.
– Йәштәр йәшлек дәртен һүрелт­мәйенсә эшкә тотонһон ине, – ти Алмас Зәнфир улы. – Бәләкәй генә нәмәнән башлағыҙ, тиер инем, ҡалғаны өҫтәлә ул.
Хаҡ һүҙҙәр. Тинде тингә ялғап һум иткән, артабан хужалыҡтарын киңәйтергә яйын тапҡандар ғына ошондай кәңәш бирә алалыр…




Вернуться назад