Аҡбуҙат08.12.2015
Аҡбуҙат Был махсус сығарылышты аттарға бағышларға булдыҡ. Халҡыбыҙҙы йылҡыһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Урал батырға барып тоташҡан сал тарихыбыҙҙан алып хәҙерге көнгә саҡлы ат – тоғро юлдашыбыҙ ул.
Мәшһүр эпостарыбыҙға төп геройҙарҙың береһе булып ингән ҡанатлы изге толпар Аҡбуҙат Йыһанда ла, ерҙә лә, һыу аҫтында ла йәшәй алған. Уның таш һарайы – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Нәҡ Шүлгәнташта һуңғы палеолит осорондағы ат һүрәте лә һаҡланған.
Башҡорт аттары Йылҡысыҡҡан күленән күтәрелгән өйөр – сысҡан һыртлы аттар нәҫеленән тигән легенда ла йәшәй. Уларҙы тарпан (ҡырағай ат) тиҙәр. Мәҫәлән, профессор Сергей Руденко бөрйәндәр илендә тарпандарҙың йәшәүе хаҡында яҙған. Иппологтар И.Мердер (1868), С. Урусов (1902), Н. Придоронин (1915, 1923) башҡорт аттары Рәсәйҙең төньяғын төйәк итеүселәр менән монгол аттарының ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә булһа, К.Свечиндың (1947) яҙыуынса, башҡорттар уларҙы Азиянан алып килгән һәм малҡайҙар ундағы монгол, ҡырғыҙ тоҡомло аттар менән ҡатнашҡан. Әлбиттә, әлегә һорау асыҡ ҡала. Беҙгә ҡалһа, башҡорт аты Аҡбуҙат тоҡомло булып, халыҡ күңелендә йәшәй.
АҡбуҙатНиндәй генә әкиәтте, эпосты, риүәйәт-легенданы алма, ир-егет үҙенең тоғро дуҫынан айырылғыһыҙ. Көслө затты юҡҡа ғына ир-атҡа тиңләмәйҙәр. Йырҙағыса, “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы…” Эйе, халҡыбыҙ азатлығы өсөн күтәрелгән ниндәй генә ихтилалды алма, һыбайлы батыр күҙ алдына килеп баҫа. Хатта карателдәр ҙә, ихтилалды баҫтырғас, штраф өсөн ат йыйған. Бының менән башҡортто бөлгөнлөккә төшөрәсәктәрен яҡшы аңлағандар.
Рус дәүләтенә ҡушылғандан алып ҡатнашҡан һәр хәрби походҡа башҡорт икешәр аты менән юлланған. Быға инде атай-олатайҙарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер юлы ике кавалерия дивизияһы төҙөп, илен һаҡларға китеүе лә асыҡ миҫал. Ысынлап та, ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй…


Вернуться назад