Һуңғы йылдарҙа йәш ғаиләләрҙең артыуы, сабыйҙарҙың күпләп донъяға килеүе — шатлыҡлы күренеш. Шуныһы ла үтә ҡыуаныслы: күп балалы ғаиләләргә дәүләт тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелә. 2007 йылдан алып икенсе һәм артабанғы сабыйы донъяға килгән бәхетле ғаиләләргә әсәлек капиталы бирелә башлауы — шуға асыҡ миҫал.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Марсель Юламановтарҙың матур ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Район дауаханаһында стоматолог булып эшләүсе Марсель Мәжит улы — Татыр-Үҙәк ауылынан. Ғәлиәхмәт һылыуы Лилиәгә өйләнгәс, йәштәр тәүҙә ошо ауылда йәшәргә ҡала. Ҡәйнәһе янында йәшәү еңел булһа ла, ғаилә хужаһы үҙ нигеҙен булдырыу тураһында хыяллана. Күп тә үтмәй, йәш белгесте район үҙәгенә эшкә саҡыралар. Әммә ғаиләгә сит фатирҙа йәшәү, торлаҡ өсөн түләү ҡыйынға тура килә. Өҫтәүенә балалары Эмиль менән Әлиә үҫә, уларҙың үҙ мөйөшө булырға тейеш, тип иҫәпләй атай кеше. Тәүәккәлләп, йорт төҙөү өсөн ер алалар. Торлаҡ программаларына ярашлы, документтар туплап тапшырһалар ҙа, сират һис тә ҡуҙғалмай.
Бер көн килеп тапшырған документтары юҡҡа сыҡҡас, кемгәлер ышанып, көтөп ултырыуҙың файҙаһыҙлығын аңлай улар. Был ваҡытта Аҡъярҙа донъяға килгән Артурҙары ла тәүге аҙымдарын яһай башлай. Йәш ғаиләгә тап әсәлек капиталы ярҙамға килә. Иң тәүҙә 9х12 квадрат метр ҙурлығында йорт нигеҙе һалалар. Барлыҡ документтарҙы теүәлләгәс, әсәлек капиталы иҫәбенә пеноблок һатып алып әҙерләп ҡуялар. “Яҙ етеү менән төҙөлөштө башлаясаҡбыҙ”, — ти Марсель Мәжит улы. Артур буласаҡ йорттарын төрлө кубиктарҙан төҙөп, ата-әсәһен, апаһы менән ағаһын шатландыра. Бында үҙенең дә өлөшө барлығын кескәй Юламанов та аңлай, ахыры.
Бәхетле ғаилә көҙгә яңы йортҡа күсәсәгенә ныҡлы ышана, сөнки әсәлек капиталы — маҡсатҡа өлгәшеүҙә ҙур терәк. Лилиә менән Марсель йәнә бер сәңгелдәк элергә лә ҡаршы түгел. Балалы йорт — ҡотло йорт. Юламановтар быны яҡшы белә.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.