“Аҡ рауза” аҡ өмөттәр уята08.12.2015
Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге нигеҙендә “Аҡ рауза” диагнос­тикалау үҙәге асылды. Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды президенты Светлана Медведеваның тәҡдиме буйынса илебеҙҙә ошондай тағы ете учреждение ойошторолған. Республикабыҙҙағы проект төбәк Башлығының һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хуплауын алды.

Медицина үҙәгенең төп эшмәкәрлеге — ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙендәге һәм репродуктив системаһындағы яман шеште иҫкәртеү һәм сирҙе алдан уҡ асыҡлау. 3-сө бала табыу йортоноң баш табибы урынбаҫары Татьяна Владимирова әйтеүенсә, бынан ары гүзәл зат вәкилдәренә тикшеренеүҙәрҙе даими үтергә мөмкинлек буласаҡ, яман шеште алдан иҫкәртергә ҡамасаулаған психологик кәртәләр юҡҡа сығасаҡ.
Әйткәндәй, әле онкология диспансерына иҫәпкә ҡуйылған һәр дүртенсе — ҡатын-ҡыҙ. Диагностика һөҙөмтәһендә йыл һайын 1,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың һөт биҙендә яман шеш барлығы асыҡлана. Хәҙер бындай сирҙәр йәш ҡыҙҙарҙа ла күҙәтелә.




Вернуться назад