Батырҙың һуңғы төйәге08.12.2015
Дүртөйлө районының Етембәк ауылында 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән Вәсфи Баһауетдиновты алып ҡайтып ерләнеләр. Быйыл ноябрҙә Санкт-Петербургтың “Ҡара бушлаттар” эҙәрмәндәр отряды уның һөйәктәрен Карел муйынында тапҡайны.
Матәм сараһында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин, Башҡортостандың Йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге етәксеһе Гурий Поляков, ветеран ойошмалары вәкилдәре, яугирҙең туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты. Вәсфи Баһауетдинов 75 йыл элек тап ошо Етембәктән фронтҡа киткән.
Әйткәндәй, ҡыҙылармеецты табыуҙа Башҡортостандың Хәтер китабы ҙур ярҙамсы булған. Был китапта Вәсфи Баһауетдиновтың 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡындағы мәғлүмәт бар. Был яугир — һөйәктәре “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе тарафынан табылып, Башҡортостанға ҡайтарылған 13-сө кеше.
Сараның аҙағында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков урындағы мәктәп уҡыусылары өсөн класс сәғәте үткәрҙе, балаларға эҙәрмән отрядтары, Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында һөйләне.