Урман-Бишҡаҙаҡҡа, Ҡыш бабайға...08.12.2015
Ишембай районында, Торатау эргәһендәге Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында, Ҡыш бабайҙың төп ҡунаҡ тирмәһе урынлашасаҡ. Бында шулай уҡ Яңы йыл каникулы осоронда Ҡыш бабайға һәм уның ярҙамсыларына ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн майҙансыҡтар асыла.
Республикалағы туроператорҙар ғаилә һәм әүҙем ял өсөн төрлө маршруттар тәҡдим итә. Уларҙың барыһында ла Ҡыш бабай тирмәһенә сәфәр ҡаралған. Мәҫәлән, Урал буйлап ҡаргиҙәр турҙары, ат егелгән саналарҙа Башҡортостандың гүзәл төбәктәренә, изге урындарға, ҡорамдарға һәм мәсеттәргә, мәмерйәләргә, тауҙарға барыу ойошторола. Ял көнө маршруттары ла күҙаллана.
Бынан тыш, Яңы йыл каникулында Өфө буйлап махсус метробустар йөрөйәсәк, башҡа байрам саралары үткәреләсәк.




Вернуться назад