Гүзәлдәрҙең-гүзәле — беҙҙә08.12.2015
Гүзәлдәрҙең-гүзәле —  беҙҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Гөлназ Шәмсетдинова Красноярскиҙа уҙғарылған “Азия-Себер һылыуҡайы-2015” халыҡ-ара матурлыҡ һәм таланттар конкурсында еңеп сыҡты.

Бәйгенең үҙенсәлеге шунда: унда һылыуҙарҙың һәләттәре, милли йолалар, үҙ халҡыңдың мәҙәниәте һәм рухи ҡиммәттәре менән таныштырыу оҫталығы баһаланды. Быйыл төп титулға төбәк этаптарында еңеп сыҡҡан Тыва, Бүрәт­стан, Хакасия, Корея, Шория, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Украина, Польша ҡыҙҙары дәғүә итте.
Башҡортостандан конкурста Гөлназ Шәмсетдинованан тыш Рита Мөхәмәтйәнова менән Лира Ғәзизова ҡатнашты. Былтыр еңеүсе тажын беҙҙең һылыуҡай Айгөл Сафина яулағайны.




Вернуться назад