Беҙҙекеләр килә!08.12.2015
Беҙҙекеләр килә! “Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яңыраҡ инкубатор йомортҡаһы етештереүгә ҡулай итеп үҙгәртеп ҡоролған һигеҙ корпус файҙаланыуға тапшырылды. Бығаса Башҡортостанға тоҡомло ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн сит тарафтарға күҙ төбәргә тура килә ине.


Республикабыҙҙағы “Башҡортостан”, “Өфө”, “Ашҡаҙар”, “Туймазы”, “Юбилей”, “Турбаҫлы бройлеры” ҡошсолоҡ фабрикалары һәм Өфө иген продукттары комбинаты хәҙер – “Рус игене Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡарамағында. Инвесторҙың махсус проектына ярашлы был предприя­тиеларҙың биналарына реконструкция яһала, ҡатнаш аҙыҡ заводының ҡеүәте арттырыла, ҡош-ҡортто һуйыу, ит эшкәртеү ҡоролмалары, инкубаторҙар төҙөлә. Холдинг етәкселәре етештереүҙең игендән алып әҙер иткә тиклемге тулы циклын тәьмин итергә ниәтләгән.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдере­үенсә, “Рус игене Өфө” – беҙҙә импортты алмаштырыу программаһында ҡатнашҡан төп ойошмаларҙың береһе. Агрохолдингтың инвестиция проектына ярашлы бойомға ашырыласаҡ саралар 8,5 миллиард һумға баһалана.
Беҙ ҡараған “Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһы” йәмғиәтендә иһә реконструкция тулы ҡеүәтенә бара. Әле бында 80 мең тирәһе тауыҡ иҫәпләнә, тоҡомло йомортҡаларҙың тәүге партияһын декабрь урталарында алырға уйлайҙар. “Киләсәктә корпустар 36-ға етәсәк, инкубаторҙар өсөн йылына 42 миллион дана йомортҡа етештерәсәкбеҙ”, – тип ышандырҙы етәкселек.
– Ҡапҡа янындағы оҙон һәм бейек машинаны күрәһегеҙ бит, – тине “Рус игене Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Станислав Насимов. – Ундай ауыр транспорт бынан ары беҙҙең биләмә буйлап йөрөмәйәсәк. Кәрәкле тауарҙы ситтә туҡтап бушатасаҡтар, корпустарға иһә йәтеш техника ғына инеп йөрөйәсәк. Шулай уҡ бункерҙарҙы яңырттыҡ. Ғөмүмән, беҙҙә эштәрҙең күпселеге автоматлаштырылған, компьютер әллә нисәмә хеҙмәткәрҙе алмаштыра.
Инвесторҙың әйтеүенсә, йомортҡаларҙы, яңы сыҡҡан себештәрҙе, ҡатнаш аҙыҡты ташыу өсөн махсус транспорт һатып алыуға – 70, ә ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуға 200 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән.
Фабрика менән таныштырыу эстә лә дауам итте. Станислав Насимовтың билдәләүенсә, киләһе йылдың июнендә ҡош итен эшкәртеү буйынса яңы линиялар асыу күҙаллана. Бының өсөн әле Благовещен районында яңы комбинат төҙөйҙәр. Холдингтың тауарҙарын киң билдәле маркалар менән һатыуға сығарырға уйлайҙар: ит – “Турбаҫлы бройлеры”, йомортҡа “Авдон” тип аталасаҡ.
“Экология мәсьәләләре нисек хәл ителер? Тәбиғәткә, эргә-тирәләге ауылдарҙың һауа­һына, һыуына, тупрағына зыян килмәҫме?” – тип ҡыҙыҡһынды журналистар. Яңы етәк­селәрҙең аңлатыуынса, ҡош тиҙәген киптереп, ашлама яһау ҡаралған. Фабрикаларҙы ҡалдыҡһыҙ эшләтергә тырышалар, һөйәкте лә эшкәртеп, ҡоштарға аҙыҡ итеп бирәсәкбеҙ, тиҙәр.
Проектты тормошҡа ашырыу быйыл йәй генә башланыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәт уңыштары менән һөйөндөрә лә башланы. Мәҫәлән, йомортҡаларҙы Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаһына күсергәндән һуң етештереү һәм айырыу буйынса яңы линия асылған, был етештереү күләмен шаҡтай арттырырға мөмкинлек биргән.
Импортҡа алмаш тураһында һүҙ барғанда алдынғы ҡарашлы инвесторҙың ниәттәре яҡты тойғолар уята. Агрохолдингтың илебеҙ, шул иҫәптән республикабыҙ халҡын экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеренә өмөт ҙур.





Вернуться назад