Ят ҡоҙағый08.12.2015
Килене Әминә былай ипле генә күренә. Башынан яулыҡ төшмәй. Юғиһә бындағы ҡатын-ҡыҙ күбеһенсә яланбаш йөрөй икән. Етмәһә, сәстәре ирҙәрҙекенән саҡ ҡына оҙонораҡ итеп киҫелгән. Күлдәктәре лә, ташҡа үлсәйем, асыҡ-ярыҡ. Ир-атты аҙҙырып йөрөү бит был... Ҡунаҡтар бер көн хәл йыйғас, ҡоҙалары машинаһында ҡалаға алып сыҡты. Матур урындарын күрһәтергә тырыштылар, кибеттәргә алып инделәр. Оҡшаттылар, шикелле, торған ерҙәрен. Шунан һуң, оҙаҡҡа һуҙмайынса, балаға исем ҡуштырыу йолаһын атҡарырға булдылар. Кесе йомаға тура килтереп, ҡунаҡ саҡырҙылар. Имам менән дә алдан һөйләшелгән.
Кеше күп йыйылды. Ҙур ғына ҡунаҡ бүлмәһе шыпа тулды ла ҡуйҙы. Баланы сигеүле аҡ япмалы мендәргә һалып, мулла алдына ҡуйҙылар. Аҙан әйткәс, имам сабыйҙың ҡолағына өс тапҡыр Нурислам исемен ҡысҡырҙы. Шунан моңло күкрәк тауышы менән “Фатиха” сүрәһен уҡыны, инде исемле булған сабыйҙы атаһына тапшырҙы. Нурисламдың олатаһы, өләсәйҙәре, атаһы берәм-берәм хәйер таратты, изге теләктәрен әйтте. Хәйер, бүләктәргә амин тотҡас, изге ғәмәлдән ҡәнәғәт булып, тәғәм ейергә керештеләр. Һәр төрлө тәмле ризыҡтан өҫтәл һығыла яҙып тора. Ҡаҙылыҡ, тултырма, йылҡы, һыйыр, ҡаҙ, өйрәк ите, күпереп торған буҙа, ярмаланып бешкән картуф, ҡоротло һурпа, тағы әллә күпме аш-һыу. Салаттарын аҙ-маҙ ҡабып ҡына ҡаранылар. Туҡмасын да киҫкәндәр, һалмаһын да турағандар. Бәлеш кенә нисә төрлө. Ә инде сәйгә тип сығарылған бауырһаҡ, урамалары — телеңде йоторлоҡ. Ни арала әҙерләп өлгөргәндәр икән!
Үҙҙәренә ят аҙыҡты Йәннәт аҙлап ҡына ҡапты. Һынап ултыраларҙыр, ни тиһәң дә — сит кеше. Һоғаланып ашау, ғөмүмән, мосолманда ят күренеш. Шуға ла урыҡ-һурыҡ тәмләп, беҙҙең аш-һыуҙы һанламаны, тип әйтмәһендәр тигәндәй, семсенеп кенә ултырҙы. Зарема иһә аш-һыу таратып йөрөнө, йәш кеше түрҙә ултырыуҙы хупһынманы.
Балаһының ғәзиз сабыйына исем ҡушып, табындың иң түрендә ултырһа ла, Йәннәттең күңеле тыныс түгел. Ниҙер булыр һымаҡ. Шуға ла үҙен энә өҫтөндәгеләй тойҙо.
Әллә нисә сынаяҡ сәй эсеп, күстәнәстәр алып, Хоҙайҙың биргән ризығына доға ҡылып, хужаларға оло рәхмәттәр, матур теләктәр әйтеп хушлашырға йыйынған табынды хужабикә туҡтатты.
— Һөйләшербеҙ, ҡайным, төн оҙон тигәндәй, көтөү ҡаршыларға түгел. Эш бер ҡасан да бөтмәй ул, үлгәндә лә өс көнлөк ҡала, тиҙәр. Бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ.
— Тик мин хәҙрәтте оҙатайым инде, ул башҡа аят ашына ҡабалана, — тип, Сәлиха үҙе алғы бүлмәгә йүнәлде.
Ҡунаҡ — хужаның ишәге, тиҙәр бит. Бөтәһе лә урынында ҡалды. Өндәшмәй генә ултырғанда, табын тынлығын боҙоп, бер аҙ ситтәрәк ултырған Фәғилә, үҙе менән һөйләшкәндәй:
— Ә минең улымды чечендар үлтерҙе, — тине.
Бүлмә шып-шым булды. Хатта себен осҡаны ла ишетелер ине. “Артабан ни булыр?” тигәндәй, ҡунаҡтар бер-береһенә текәлде, кемдер башын аҫҡа эйҙе, Фәғиләнең белекһеҙлегенә йәндәре көйҙө. Ҡорғаҡһыған ер, болотло көн төҫөн хәтерләткән күҙҙәр ситлеккә ябылған януарҙың бер аҙ ҡурҡыбыраҡ, хәүефләнеберәк, ярҙам һорап төбәлгән ҡарашын хәтерләтә ине.
— Ҡамап алдығыҙ инде, әйҙә, тапағыҙ, ботарлағыҙ. Тик… тамағығыҙға тормаһын, сәйнәберәк йотоғоҙ. Миңә барыбер. Бәхетле ғаилә ҡороп, матур, иманлы балалар үҫтерергә хыялланғайным. Биш бала таптым. Бөтә ағзалары ла теүәл ине. Тик бәхет ҡояшы минең өсөн күптән байыны. Күңелемдәге сей яра бер ҡасан да уңалмаҫ, йөрәгем һәр саҡ һулҡып-һулҡып тибер, юғалтыуҙар менән һис тә ризалашмаҫ. Балаңды, йәшәп тә өлгөрмәгән нарасыйҙарыңды, ҡара гүргә оҙатыуҙан да ауырыраҡ ҡайғы бармы икән ер йөҙөндә?!
Бөтәһе лә тәне эҫеле-һыуыҡлы булып киткән Йәннәткә ҡарай, унан яуап көтә кеүек тойолдо. Үҙен ҡапыл ғына хөкөм залында, яуапҡа тарттырылған кеше сифатында тойҙо ул. Көскә тын ала, ҡулдары ҡалтырай, тамағы кибеп, теле аңҡауына йәбеште. Күпме сәй эскәйне бит әле. Ни әйтергә, ни эшләргә белмәй, яулығын төҙәткеләне, күлдәк итәген һыпырҙы. Исмаһам, ҡоҙағыйы ла инмәй. Һүҙ эҙләп, кеҫәгә тығылмаған Сәлиха был уңайһыҙ хәлдән нисек тә ҡотҡарыр ине, моғайын.
“Яуап бир, Йәннәт, үҙеңдең илең, үҙеңдең халҡың өсөн. Әллә башлы, әллә башһыҙ башлыҡлы мәмләкәт өсөн яуап бир! Ни өсөн сыҡты был һуғыш? Ниңә тыныс ваҡытта ла һыу һөлөгөләй улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ үлә, ҡалалар емерелә? Ниңә һин йәнтәслим ғазаптарҙа тыуҙырған, күҙ ҡараһындай күргән өс улыңдың ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлдө? Ниңә мең төрлө ҡайғы кисергән тау халҡы һаман да үҙ ерендә тыныс тормош ҡора алмай? Ниңә?”
Йөҙө ағарған, ҡулдары ҡалтыранған ҡунаҡ ҡатын ҡапыл башын күтәрҙе лә ҡарлыҡҡан тауыш менән көскә:
— Был һуғышта мин өс улымды юғалттым, — тип әйтә алды.
Табын өнһөҙ генә “аһ” итте. Нисектер уңайһыҙ булып китте. Ҡунаҡты рәнйетеү — ярамаған ғәмәл. Үҙ өйөңдә ҡабул иткәндә хатта дошманға ла хилафлыҡ ҡылмайҙар. Көтмәгәндә килеп сыҡты шул был уңайһыҙ хәл.
Фәғилә, уйламай ғына әйткән һүҙенә үкенгәндәй, ҡалтыранған тауыш менән:
— Мин ҡайтайым инде, бәләкәй улым көтә торғандыр, — тип, ҡабаланып кейенә башланы.
Бөтәһе лә белә: икенсе улы, Саматы, әрме хеҙмәтенән миңрәүләнеп ҡайтты. Эшкә лә яраҡһыҙ. Аҙ ғына инвалид аҡсаһына, әсәһенең пенсияһына, үлгән ағаһының пособиеһына көн күрәләр. Һаташып әллә ҡайҙа сығып китмәһен тип, Фәғилә уны бикләп кенә йөрөй. Ҡартайған көнөндә таяныс булыр тип үҫтергән ике улының береһе юҡ тиергә була. Өйөнөң ҡыйығынан һыу үтә. Төҙәтергә кеше яллар ине, аҡсаһын еткереп булмай. Эре күҙ йәштәре кеүек тамсылар әсә кешенең йөрәгенә тама кеүек.
— Мин — һуғышта һәләк булған һалдат әсәһе, — тип төрлө ойошмалар тупһаһын күп тапаны ҡатын. Хәрби комиссариатҡа ғына нисә барҙы. Хакимиәттән әмер булып, бер бригада тишектәрҙе арлы-бирле ямап киткәйне лә, шатлығы оҙаҡҡа барманы. Ҡойма ямғырҙар осоронда түшәмдән һыу тамсылары тағы аға башланы. Ҡайҙа биҙрә, ҡайҙа тас ҡуйып ҡотолалар. Көҙгө ямғырҙар менән бергә яңғыҙ әсәнең күңеле һыҡрай.
Килен йомшар мәлдә көс-хәлгә улын тәрбиәләй. Үҙе лә ятып китһә, ике сырхау ни эшләр тип, көйәләнмәгән көнө юҡ. Хоҙайға ғына ышанып, доғалар уҡый, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай.
Инде ҡунаҡтар ҡуҙғала башлауға, йүгереп Сәлиха килеп инде.
— Аһа, ни тип таралыштығыҙ әле? Хәҙрәт машинаһын ҡабыҙа алмай торҙо. Шуға оҙаҡлап киттем. Оло кешене оҙатмай булмай бит инде, — тип тәтелдәне хужабикә. — Хәҙер самауырҙы яңыртам.
Ул арала аш бүлмәһенән ҡулына йәшел һуғанға оҡшаған үҫемлек тотоп килеп инде.
— Ҡоҙағыйҙың ер аяғы, ер башынан алып килгән тау йыуаһынан ауыҙ итегеҙ әле, — тип, үҫемлекте киҫкеләп тарата башланы.
Тәмләгәс, ҡатындар үҙ-ара һөйләнде:
— Беҙҙә лә үҫә ул. Һуғыш йылдарында аслыҡтан ашай инек. Үҙе әсе, әммә шифалы.
Йәннәт тағы ла үҙен аҡлағандай:
— Былтыр ошо йыуа йыйырға тип тауға менгән үҫмерҙәрҙең бишеһе һәләк булды. Боевиктар икән тип, вертолеттан атҡандар. Араһында минең уртансы улым да бар ине.
Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң:
— Беҙ бит урманға барып, ҡоро-һары ағас, емеш-еләк йыйып ҡайта ла алмайбыҙ. Тыныс тормош онотолдо: әле бында, әле тегендә шартлау яңғырай. Миналарҙан йә кеше, йә мал-тыуар һәләк була, — тине.
Бер аҙҙан тағы дауам итте:
– Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек тыныс йәшәгебеҙ килә. Ҡоҙа ҡалағыҙ менән таныштырҙы. Бик мәслихәт — урамдарығыҙ иркен, йорттарығыҙ төҙөк, йылы. Урам тулы машина. Халыҡ матур итеп кейенеп йөрөй. Төндә лә уттар янып тора. Бер хәүеф-хәтәр һиҙелмәй. Ҡәҙерен белеп кенә йәшәгеҙ!
Ер аяғы, ер башынан, үҙҙәре барып күрмәһә лә, көн дә тиерлек радионан, телевизорҙан ишетелеп торған Кавказ иленән килгән ҡоҙағый менән ике милләт кешеһенән тыуған сабыйҙың исем туйына йыйылған башҡорт ҡатындары араһында бер аҙ йылылыҡ йүгергәндәй булды. Һомғол кәүҙәле, йәш булһа ла, сәстәре ап-аҡ, тыйнаҡ, сабыр ҡатынды күптәре яҡын күреп өлгөргәйне. Һис кенә лә ят кеше түгел чечен ҡоҙағый, теле генә икенсе. Әле оло йәштә булмаһа ла, күпме ҡайғы кисергән. Бөтә әсәләр ҙә бала ҡайғыһын бер төрлө кисерәлер. Донъя әсәләр ҡулында булһа, бер ҡасан да һуғыш сыҡмаҫ ине. Кем туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөткән ғәзизен үҙ ризалығы менән утҡа һалһын йә иһә кеше балаһын үлтерергә өйрәтһен?!
… Ул арала, изге табынды дауам итергә саҡырғандай, күңелле көй сығарып, самауыр шыжлай башланы.