Һомайғош юлынан атлай08.12.2015
Һомайғош юлынан атлай Журналист, яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатованың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрындағы юбилей кисәһе “Һомайғош юлы” тигән лирик-философик ҡисса менән башланып китте.
Яҡташы, шағирә Йома­бикә Иль­ясова тәү башлап ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Актерҙар Р. Сәлимгәрәева, Г. Ғайсина әҙибәнең “Миңә Париждан алып ҡайт”, “Һо­май ҡош”, “Кәримә”, “Үҙ йә­не­мә ышаныу”, “Тыумаған улым”, “Аттар саба”, “Туратым”, “Яҙылып бөтмәгән китап”, “Әл­моронда бал тәме”, “Ергә төштө томан” тигән повесть һәм хикә­йәләренән өҙөк уҡыны. “Атай ик­мәге” хикәйәһенән һуң тама­ша­сыларҙың тамағына төйөр тығылды, күҙе йәшләнмәгән кеше ҡалманы ла шикелле. Сарала Рәми Ғарипов исе­мендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары, Хәйбулла ҡы­ҙы, бәләкәс кенә Илүзә Илем­бәтова “Тамсыҡай” әкиәтен һөйләп, бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы. Фәрзәнә Аҡбу­латованың шиғырҙа­ры­на яҙыл­ған “Вальс”, “Бә­хет­лемен”, “Хәй­булла ҡоба­йы­ры” йырҙары ла беҙгә бик оҡ­шаны. Р. Әмине­ва­ның, И. Илбәковтың сығыштары айырыуса сағыу булды.
Фәрзәнә Аҡбулатованы тан­танаһы менән ҡотлап, яҡ­таш­та­ры, ҡәләмдәштәре йы­лы һүҙ­ҙәрен еткерҙе, гөл­лә­мә, бүләктәр тапшыр­ҙы. Тама­шасылар рухиәт байра­мы­нан бик ҡәнәғәт таралышты.

Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенты.



Вернуться назад