Йәштәр һынатмай08.12.2015
Күптән түгел Башҡорт дәүләт аграр университетында “Башаҡ” махсус студенттар отрядының слеты үтте. Сара 2015 йылдың өсөнсө хеҙмәт семестрына йомғаҡ яһауға арналды.


Йәштәрҙең махсус ойошмалары университетта 2007 йылда терге­ҙелә башлай, һәм йөҙҙәрсә студент уларҙың сафына баҫа. Агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетындағы “Беренсе”, биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы факуль­тетындағы “Айболит” отрядтарын тәүге ойошмалар иҫәбенә инде­рергә мөмкин. Уҡыу йортонда шулай уҡ “Механик”, ”Энергетик”, “Эшкәртеүсе”, “Изге йөрәк” отрядтары төҙөлгән.
Әле “Башаҡ” отрядында ғына 1,5 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Махсус отряд ағзалары Татарстанда, Краснодар һәм Алтай крайҙарында, Ырымбур өлкә­һендә, хатта Ҡы­рымда үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте.
Слет барышында аграр университет ректоры Илдар Ғәбитов республика, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселегенә студент отрядтарына ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Баш­ҡорт­остандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ла йәш­тәрҙе ихлас ҡот­ланы. Был көндә студенттарға төрлө номинацияла наградалар тапшырылды, “Кейс”, “Нью-Холланд”, “Клаас”, “Джон Дир” комбайндарының иң яҡшы операторҙары билдә­ләнде. Ҡайһы берәүҙәргә етештереүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн эш биреүселәрҙән һәм уҡыу йорто етәкселегенән рәхмәт хаттары, почет грамоталары, шулай уҡ аҡсалата бүләк тапшырылды.






Вернуться назад