Нимә ул хэппи-энд?05.12.2015
Мелодрама – геройҙарҙың рухи һәм әхлаҡи донъяһын айырыуса сағыу тойғолар нигеҙендәге ваҡиғалар аша асып биргән жанр. Ул, ғәҙәттә, фажиғәле күренештәр менән аралашып килә һәм, ҡағиҙә булараҡ, “хэппи-энд” менән тамамлана, йәғни аҙағы бәхетле бөтә.

Триллер – тамашасыла хәүефле көсөргәнешлек, тулҡынланыу һәм ҡурҡыу тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фильм. Кинематографта йыш ҡына детектив, шпион, мажаралы, гангстер фильмдарын да ошо жанрға индерәләр. Иң яҡшы совет триллерҙары иҫәбендә “Разведчиктың батырлығы” (1947 йыл), “Моцарт менән Сальери” (1962), “Вий” (1967), “Экипаж” (1979) һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин.

Кинофантастика – шартлылыҡ кимәле юғары булған жанр. Бындай фильмдарҙағы ваҡиғалар, образдар һәм антураж махсус рәүештә көндәлек тормоштан айырып алынған була, сөнки үҙе уйлаған махсус кино сәнғәте бурыстарына өлгәшеү өсөн режиссер был осраҡта ысын тормошто түгел, ә фантастика сараларын ҡулланыу отошлораҡ тип иҫәпләй. Был жанрҙағы фильмдар: “Кеше-амфибия” (1961 йыл), “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” (1973), “Инженер Гариндың һәләкәте” (1973), “Профессор Доуэлдең васыяты” (1985) һәм башҡалар.

Кинокомедия – тамашасыны көлдөрөү, кәйефен күтәреү бурысына ынтылған фильм. Был жанр, йөкмәткеһенә ҡарап, музыкаль, романтик, эксцентрик комедияларға һәм трагикомедияға бүленә. Уларға миҫал килтереп тороу ҙа артыҡ булыр, моғайын, сөнки “Бриллиант ҡул” (1968 йыл) йәки “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” (1984) кеүек фильмдар беҙҙең телевизион экрандарға әленән-әле килеп сыға.


Вернуться назад