Уллыҡҡа алыусыларға — аҡсалата пособие. Әсәлек капиталы күләмендә!02.03.2012
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 23 авгусындағы 297-се ҡарары менән республика биләмәһендә даими йәшәүсе һәм баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алыусы граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тәғәйенләү һәм түләү
тәртибе раҫланды.
Пособие “Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында” Федераль законының 6-сы статьяһында ҡаралған әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә уллыҡҡа алынған һәр балаға түләнә.
Тәрбиәгә алыусылар бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособиены ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, уллыҡҡа алынған баланы дауалауға, уны шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыуға һәм белем биреүгә тулыһынса йәки өлөшләтә тотона ала.
Башҡортостанда даими йәшәгән баланы уллыҡҡа алған Рәсәй Федерацияһы гражданы (уллыҡҡа алыусыларҙың береһе) бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие алыуға хоҡуҡлы.
Ике һәм унан күберәк баланы уллыҡҡа алған осраҡта бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие һәр балаға түләнә.
Баланың үгәй атаһы йәки әсәһе уны уллыҡҡа алһа, бындай пособие түләнмәй.
Ҡарар 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла. Уллыҡҡа алыусылар аҡсалата пособие юллау өсөн Башҡортостан Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итергә тейеш.


Вернуться назад