Былар ҡыҙыҡлы05.12.2015
Әллә ысын, әллә юҡ...
“Яҙҙың ун ете миҙгеле” сериалын төшөрөп бөткәс, уны иң тәүҙә КПСС Үҙәк комитеты секретары Михаил Сусловҡа күрһәтәләр. Фильм уға оҡшамай: “Бында совет халҡының батырлығы күрһәтелмәгән”, – ти ул. Уға Дәүләт именлеге комитеты рәйесе Юрий Андропов ҡаршы төшә: “Бөтә совет халҡы ла Шелленбергтың аппаратында хеҙмәт итә алмай бит!” Шунан һуң ғына киноны прокатҡа сығаралар.
“Штандартенфюрер”
Күренекле артист Вячеслав Тихонов һөйләй: “Дачала саҡта кинәт йөрәк ауыртып китте. Мине яҡындағы госпиталгә алып килделәр. Табип башын да күтәрмәй яҙа: “Исем-фамилияғыҙ?” “Тихонов Вячеслав Васильевич”, – тим. “Хәрби званиеғыҙ?” “Штандартенфюрер”. Ул аптырап миңә ҡараны ла йылмайып ебәрҙе: “Ғәфү итегеҙ, таныманым!”