“Тымыҡ Дон” – дүртенсе тапҡыр!05.12.2015
“Тымыҡ Дон” – дүртенсе тапҡыр! Был күп сериялы фильм ошо аҙнала телевидениела күрһәтелде лә инде. Унан тыш, кадрҙарҙы Интернетта проекттың сайтында ла ҡарарға мөмкин (http://tihiydon.tv/).
Михаил Шолоховтың граждандар һуғышы осоронда халыҡтың еңел булмаған яҙмышы, Григорий Мелехов менән Аксиньяның мөхәббәте тураһындағы романы – урыҫ әҙәбиәтенең иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе. Сергей Урсуляк әле төшөргән фильм – ошо романды дүртенсе тапҡыр экранлаштырыу. “Бындай ҡеүәтле әҫәрҙе ун йыл һайын яңыртып торорға кәрәк, һәр быуын уны үҙенсә асырға тейеш”, – ти режиссер.
Күп сериялы был фильм – Рәсәй кино сәнғәтендә иң көтөлгән ваҡиғаларҙың береһе. Төп ролдәрҙе Сергей Маковецкий (Пантелей Прокофьевич Мелехов), Людмила Зайцева (Василиса Ильинична Мелехова), Никита Ефремов (Митька Коршунов), Александр Яценко (Мишка Кошевой) башҡара. Григорий Мелеховты Евгений Ткачук, Аксиньяны Полина Чернышова уйнай.

l“Тымыҡ Дон” 2012 йылда Ростов өлкәһенең Шолохов тыуып үҫкән Вёшенская станицаһында төшөрөлә башлай. Сергей Урсуляк аңлатыуынса, тирә-яҡ мөхиттең ысын булыуы ваҡиғаларҙың һәм хистәрҙең тәьҫирен дә көслөрәк итәсәк.
lДекорацияларҙы бер йылдан ашыу әҙерләйҙәр. Айырым иғтибар, әлбиттә, Мелеховтар менән Астаховтарҙың йорттарына бирелә: рәссамдарға ихатаны тейешенсә төҙөргә лә, йорт эсе йыһаздарын булдырыуға ла күп көс һалырға тура килә. Коллекционерҙар, урындағы халыҡ, музейҙар ярҙамында ул саҡтағы көнкүреш өсөн хас булған күп һандағы әйберҙәр йыйыла – көршәктәр, туҫтаҡтар, суйын табалар, ҡорғандар, һандыҡтар һ.б.
lАктерҙарҙың ҡиәфәте һәм үҙ-үҙен тотошо ла тарихи ысынбарлыҡҡа тап килергә тейешле. Шуға күрә уларҙы дөрөҫ һөйләшергә, бейергә, атлап йөрөргә, көлөргә, билмән эшләргә, ҡарбуз телергә, суҡынырға өйрәтәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар – йөн иләү, һыйыр һауыу, көйәнтә менән һыу ташыу, ә ирҙәр ҡылыс сабышыу һәм мылтыҡтан атыу, эйәрҙә ултырыу буйынса күнекмәләр ала.
lКино төшөрөүҙәге иң хәүефле мәлдәрҙең береһе – янғын. Михаил Кошевойҙың станицаны яндырыу эпизоды ысынлап башҡарыла, ләкин ағас ҡаралтылар тиҙ янып бөтә, дубль эшләп тороу мөмкинлеге булмай.
lКадрҙа ғәйәт ҙур майҙандағы көнбағыш баҫыуы күренһен өсөн (Аксинья менән Григорий шунда осраша) кино төшөрөү төркөмө бер баҫыуҙы арендаға ала һәм уны сәсеп сыға. Артабан уның үҫеп еткәнен көтәләр. Икенсе бер эпизодты төшөрөү өсөн баҫыуҙағы көнбағышты тәүге һыуыҡтар алыуына саҡлы ла сабыр итергә тура килә.


Вернуться назад