Ата-баба нигеҙе һыуынмаһын05.12.2015
Ата-баба нигеҙе һыуынмаһын Иҫке генә йорт алдына килеп туҡтайбыҙ. Хәйер, һүҙем “иҫке”нән башланырға тейеш түгел ине, ә “яңы һалына баш­лаған” тиергә кәрәктер. Ныҡ­лы нигеҙгә бурсанан күтәртелеп, ҡыйығы за­ман­са ябып ҡуйылған өй ул.

Халыҡ юҡҡа ғына “өй” тимәгән бит, тапҡан бер төҙөлөш материалын өй ҙә өй. Шулай итә лә хужалар. Әминевтәргә ауыл биләмәһе, район етәкселеге ярҙамға килеп, “Ауылды социаль үҫтереү” программаһына индер­гәндәр.
— Шатланып бөтә алмайбыҙ, — ти Гүзәл, шундай мөмкинлек сыҡҡанға ҡыуанып. — Өйҙө баштан-аяҡ эшләнеләр, ҡалғанын тырыштырырға инде...
Гүзәл менән Зөфәр Әминевтәр икеһе лә Венер Вахитовтың фермер хужалығында эшләй. Береһе һыйыр һауа, икенсеһе мал ҡарай. Алты бала тәрбиәләп үҫтергән­дәр. Ҙурҙары үҙаллы тормош ҡорһа, бәләкәстәре әле мәктәптә уҡый.
Ата-баба нигеҙе һыуынмаһынӘйткәндәй, шәхси эшҡыуар Венер Вахитов — оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләп, тыуған Ҡыяуыҡ ауылына ҡайтҡан, ошонда төп­ләнергә ҡарар иткән кеше. Берәү булһа, еңелерәк тармаҡты һай­лар ине. Ул иһә ауыл хужалы­ғына, атап әйткәндә, малсылыҡҡа тотонған. Ике йыл элек йорт һалып ингән. Быйыл рәсми рәүештә 100 гектар ер алған.
— Тырыш ағай, өйөн дә һалды, әле килеп 40 баш малға ферма төҙөп ята, — ти райондың мәғлүмәт-консультатив үҙәге директоры Рөстәм Әминев. — Район хакимиәте эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаһы буйынса 300 мең һум субсидия бүлде. Уныһы ла ярап ҡалыр...
Гүзәлиә менән Венер Вахитовтар үҙҙәре етештергәнде туранан-тура һата ала — Стәрле­тамаҡта магазин асҡандар. Те­лә­гән — йылан ите ашаған, тиҙәр бит. Уларға ҡарайһың да уйға ҡалаһың: күпме халыҡ Себер юлында йөрөй, үҙҙәренә күрә ҡартлыҡтарын хәстәрләй. Ә бит тыуған яҡтарында эш асһа, бе­рәүҙәргә хеҙмәт урыны булыр, үҙҙәренең генә түгел, балала­рының да киләсәге хәстәрләнер, ауылдар йәнләнер ине. Быға асыҡ миҫал — Вахитовтарҙың нигеҙ ҡороуы, һүҙ башында телгә алған Әминевтәрҙең өй һалыуы.


Вернуться назад