Айырылмағыҙ, булһа ла сәбәптәре...02.03.2012
Беҙҙең тормошта йыш ҡына шулай ҙа була: ике йәш йөрәк тиҙ генә яратышып өйләнешә лә, балалары тыуғас, бер-береһенән һыуынып, сабыйҙарының хоҡуғын аяҡ аҫтына һалып тапап, айырылышып та ҡуя. Аҙаҡ бала-сағаһын бүлешә алмай, оло янъял ҡуптара. Әле һөйләйәсәк ғаилә тарихында ла ваҡиғалар шулайыраҡ ҡуйырған.
...Ҡыйғы егете менән Салауат районы һылыуы һөйөшөп ҡауыша һәм бәхетле тормош ҡороп ебәрә. Йәш ғаиләне нурландырып, бер-бер артлы ҡыҙ һәм ул донъяға килә. Улар Сәғиттең (исемдәр үҙгәртеп алынды) иртә вафат булып ҡалған ата-әсәһенең бөтә уңайлыҡтары булған, газ һәм һыу индерелгән йортонда йәшәй. Ҡура тултырып мал аҫрайҙар, ихата иңләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Ир кеше ҙур йорт һала башлаған, “Беларусь” тракторын үҙе йыйған, еңел машинаһы бар. Кешеләргә бесән сабып, ер һөрөп, “һә” тигәнсе аҡса эшләү һәләте лә бар үҙендә.
Ғаиләлә төрлө хәл була, Сәғит менән Сәғиҙәнең дә тормошо шыма ғына бармай: халыҡ әйтмешләй, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә булғандыр инде. Ете йыл бергә йәшәгәс, йәш ҡатын, ғаиләһен ташлап, тыуған районына ҡайтып китә. Йортта йәш ярымлыҡ ҡына улы, дүрт йәшлек ҡыҙы илап ҡала.
“Хәйерсегә ел ҡаршы”, тигәндәй, ҡатындың күҙ төбәп ҡайтҡан туғандары төрлө сәбәп менән бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсеп бөтә. Үҙе лә үкһеҙ етем бала, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Хәҙер иһә бөтөнләй йорт-терәкһеҙ тороп ҡала һәм, кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр дуҫлашып йөрөгән егетен осратҡас, уның менән йәшәй башлай. Әле Сәғиҙә хеҙмәт биржаһына иҫәпкә баҫҡан, шунда түләүһеҙ уҡып, кәрәкле һөнәр ҙә үҙләштерәсәк. Ире менән рәсми рәүештә айырылышҡан һәм әле бергә йәшәгән иптәше менән ЗАГС-ҡа ғариза биргәндәр — тиҙҙән туйҙары була.
Сәғиҙәнең ғаиләһен ҡалдырып сығып китеүенә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Шул арауыҡта йәш ҡатын балалары эргәһенә бер нисә тапҡыр барған, уларҙы алып ҡайтырға ла теләгән, тик атай кеше ҡыҙын да, улын да әсәһенә бирергә теләмәй. Балаларын ҡайтарыуҙы даулап, әсә судҡа мөрәжәғәт итә. Бер йыл буйы буласаҡ ире менән тейешле ҡағыҙҙарҙы йыялар, әле уныһы, әле быныһы етмәй.
Әйткәндәй, “Башҡортостан”ға хатты Сәғиҙәнең ире, инде ни эшләргә белмәй аптырап, буласаҡ ҡатыны өсөн ҡайғырып, өҙгөләнеп яҙған. Ир балаларҙы ҡайтарып алырға ярҙам итеүҙе үтенгән.
Судта ике райондың да опека органы балаларҙы әсәһенә биреүҙе хуп күрһә лә, атай кеше ризалашмай. Сәғит тә Сәғиҙәне судҡа бирә һәм, уны балаларын ташлап китеүҙә ғәйепләп, әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе талап итә.
Ошо көндәрҙә суд ҡарары менән таныштыҡ. Күптәр балаларҙы әсәгә ҡайтарырҙар тип өмөтләнһә лә, эш башҡаса килеп сыҡты. Сабыйҙар атай тәрбиәһендә ҡалдырылды.
Суд әсәнең балаларҙы үҙенә алып ҡайтыу һәм кире илтеү тәртибен дә раҫланы. Бындай хоҡуҡ уға ял көндәрендә бирелә, ә каникулды атай һәм әсәй яртылаш бүлешәсәк.
Һығымта яһап, шуны әйтке килә: балалар шул тиклем йәл, уларға бит атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй үк яҡын һәм икеһе лә бик кәрәк. Айырылышыусылар, ғаилә тарҡатыусылар иң тәүҙә бала яҙмышы хаҡында уйланһын ине. Суд ҡарары күптәргә һабаҡ та булғандыр. Атайҙың хоҡуҡтары әсәйҙеке менән бер тигеҙ яҡланыуына, иң тәүҙә бала хоҡуҡтары иҫәпкә алыныуына сағыу миҫалды күрҙек.
Сәғит балаларынан айырылмау өсөн тырышты, кәрәк булғас, тотош ауылды аяҡҡа баҫтырҙы, сабыйҙарын йәнендәй күреп тәрбиәләгән атайҙы барыһы ла яҡланы. Ул йыл ярым (ҡатыны сығып киткәндән бирле) бөтөнләй эсмәй, ҡыҙын һәм улын тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн һала, уларҙы балалар баҡсаһына йөрөтә, керен йыуа, ашарға бешерә, ойоҡ бәйләй, мал аҫрай, һыйыр һауа... Балалар өсөн уңайлы шарттар булдырған, өйө таҙа, оло бер шкаф уйынсыҡтар менән тулы. Улы менән ҡыҙы бер кемдән дә кәм-хур түгел. Хәҙер улар әсәй менән дә аралашыу хоҡуғына эйә булды. Быныһы ла бик мөһим. Ҡалғанын тормош үҙе күрһәтер. Барыһы ла атай-әсәйҙең ҡулында.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.


Вернуться назад