Яңауыл мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт Яҡуповтың халыҡ алдындағы абруйы хаҡында һүҙ алып барғанда, уны дини йолаларҙы атҡарыу өсөн ауылдан-ауылға йөрөтөүҙәрен телгә алыу ҙа етә. Бихисап кешегә исем ҡушҡан, никах уҡыған, аят бағышлаған, йәсин сыҡҡан ул....Сәхибъямал менән Ғәйепйән Яҡуповтарҙың сабыйҙары бер-бер артлы үлеп торғас, сираттағыһын ауылдағы мулла Пәйғәмбәребеҙҙең исеме менән атарға кәңәш итә. Уҡымышлы имамдың юрағаны юш килә: малай ныҡ булып үҫә. Ул осорҙағы барлыҡ ауыл кешеләре кеүек үк, уҙамандың барлыҡ ғүмере колхоз-совхоз хеҙмәтендә уҙа: башта ун йыл машина йөрөтә, һуңынан тракторға, комбайнға ултыра, фермала мал ҡарай. Ҡатыны Фәйрүзә менән биш бала үҫтерәләр.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, шул тиклем матур ғүмер иттек, – ти бөгөн инәй. – Ҡайны-бейем менән бергә йәшәп, тәртипле балалар үҫтерҙек. Ирем һәр беребеҙгә ныҡлы терәк булды.
Халыҡтың ҙур ихтирамын яулаған мулланың ҡасандыр дингә килеүен һис тә осраҡлы тип әйтеп булмай.
– Ҡартайымдың дуҫтары күп булды, – ти ул. – Күмәкләп намаҙ уҡыйҙар, бәләкәс кенә булһам да, эргәләрендә мин дә буталып йөрөйөм. Шул саҡта ҡыҫҡа сүрәләрҙе отоп алғанмын. Ҡалғандарын һуңынан Өфөләге мәҙрәсәлә белем алғанда ятланым. Ғөмүмән, дингә ынтылышым бала саҡтан килә. Пенсияға сыҡҡас, бер йыл мәзин булып йөрөнөм, 1997 йылдан иһә имам-хатипмын.
Яңауылдағы мәсетте урындағы халыҡ бергәләп күтәргән. Изге эштә ауыл биләмәһенең ул саҡтағы рәйесе Анатолий Мордвинов ҙур ярҙам күрһәткән. Былтыр тирә-яғын күмәкләп кәртәләп алғандар.
– Мәғлүм ки, бәғзе урындарҙа иман йортон төҙөткән ҡайһы берәүҙәр: “Был – минең мәсет”, – тип ысҡындыра. Һөҙөмтәлә халыҡ, һүрелеп, унда йөрөмәй ҙә ҡуя. Бер кемдең дә улай тип әйтергә хаҡы юҡ, – ти Мөхәмәт Ғәйепйән улы. – Аҙна һайын йәмәғәт намаҙына йыйылабыҙ. Дини байрамдарҙа мәсеткә кеше айырыуса күп йыйыла. Бәпескә исем ҡушыу, никах уҡыу йолаларын да ошонда атҡарабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләр ҡауышып та өлгөрмәй, айырылышып та ҡуя. Холоҡтар тура килмәй, тиҙәр. Яраҡлашырға кәрәк бит һуң. Тәүге мәлдә бер-береңде ғәфү итеп, ниҙелер күрмәмешкә һалышып ғүмер итһәң, һуңынан йәшәй-йәшәй бер ҡараштан аңлаша башлайһың.
Һикһән йәшлек имам-хатип, әл-хәмдү лил-ләһ, йәштәрсә йүгереп йөрөй. Бының сәбәбен ул намаҙ уҡыуҙа күрә. Әйтеүенсә, ғибәҙәттең тән һәм йән һаулығы өсөн файҙаһы бихисап.
– Аллаһ Тәғәлә намаҙ уҡығандарға һаулыҡты Үҙе бирә, – ти аҡһаҡал. – Изге ғибәҙәтте ҡылмаһам, былай йөрөй алмаҫ инем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Мин – мосолман!” тип йөрөп тә, Раббыбыҙҙың тыйғандарынан ситкә китмәгән, ҡушҡандарын үтәмәгән кешеләр байтаҡ.
Борон балаларҙы тотош йәмғиәт күмәкләп тәрбиәләй ине. Берәй малай эш боҙһа, ҡарттар уны янына саҡырып ала ла, ҡолағын бороп, аҡыл өйрәтеп ебәрә. Бала өйөнә ҡайтып ошаҡлаша алмай, сөнки унда ла өрлөккә “тәрбиә” сыбығы ҡыҫтырылған. Ә хәҙер берәйһенең балаһының ҡолағын бороп ҡара!..
Ерҙә ҡалдыра торған иң ҙур байлығыбыҙ – әҙәпле, тәртипле быуын. Шуға күрә тәү сиратта балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә бирергә ынтылһаҡ ине. Бының өсөн, әлбиттә, үҙебеҙгә һәр яҡлап өлгөлө, иманлы булыу зарур.