Күршенән күрҙем – өлгө алдым04.12.2015
Күршенән күрҙем –  өлгө алдымХәҙерге заман ауылы ниндәй булырға тейеш? Йәштәр унда ҙур теләк менән төпләнеп йәшәһен, ғаиләһен ишәйтһен, үҙҙәрен йәмғиәттең мөһим бер өлөшө тип һанаһын өсөн ниҙәр кәрәк? Ошо һорауҙарға яуап рәүешендә баш ҡала янындағы бер ауылдың халҡы нисек көн иткәнен күрһәтергә булдым.

Бында бик күп милләт вәкилдәре йыйылған. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан улар: Иглиндан, Бөрөнән, Тәтешленән, Ауырғазынан, Стәрлебаштан, Балаҡатайҙан, Учалынан, Хәйбулланан... Шуға ла бер-береңә ҡарата иғтибар, ҡыҙыҡһыныу көслө. Бигерәк тә ниҙер төҙөгәндә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы егете Ҡариҙелдекенән ағас менән эшләргә өйрәнһә, тегеһе унан кирбес һалыу серҙәрен һораша, Белореттан килгәндәр ҡапҡа бағанаһын ишембайҙарҙан күрмәксе бетондан ҡойоп яһай ҙа үҙҙәре рәхмәт йөҙөнән тимерҙе сүкеү тәжрибәһен уртаҡлаша. Сәмләнеп, үҙ-ара ярышып тигәндәй донъя бөтәйтәләр – башҡалар алдында милләтеңдең, яҡташ­тарыңдың йөҙөн ҡыҙартҡы килмәй бит инде. Киреһенсә, иң яҡшы өлгөләрҙе күрһәтергә кәрәк! Шулай һәр ғаилә ауылға үҙенең тыуған төйәгенә хас биҙәктәрҙе, төҫтәрҙе өҫтәй, һөҙөмтә булараҡ, урамдар бик сағыу, ҡабатланмаҫ нағышҡа әйләнә.
Тимәк, сәм, дәрт кәрәк. Ә ул ҡайҙан килә? Әлбиттә, аралашыуҙан. Ауылдаштарҙың күптәре, ҡалаға йөрөп эшләгәнлектән, таң һарыһынан алып ҡара төнгәсә тиерлек бер-береһен күрмәй, шулай ҙа заман технологиялары бар бит. Был ауыл кешеләре Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә генә лә үҙҙәренә аралашыу өсөн дүрт-биш майҙансыҡ асҡан: береһендә иң мөһим мәғлүмәттәр (телефон һандары, адрестар, яуаплы кешеләр исемлеге һ.б.) баҫыла, икенсеһендә төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ойошторола, өсөнсөһөндә реклама урынлаштырыла... Хатта почтальондың айырым төркөмө бар.
Кем нимә эшләгән – барыһы ла күренеп тора. Хужабикәләр ҡайҙан, күпмегә тәҙрә ҡорғаны, гөл һатып алғаны, кемдән маникюр яһатҡаны, ниндәй яландан еләк йыйғаны, баҡсаһын нисек ҡарағаны тураһында йыш яҙа, фотоларын да ҡуйып ебәрәләр. Ирҙәр иһә төҙөлөш материалдарын юллау, машина йүнәтеү, йорт-ҡураны бөтәйтеү йәһәтенән файҙалы кәңәштәрен бирә. Кемдән ниндәй ҡорал алып торорға мөмкин, берәйһенең кирбесе йәки таҡтаһы артып ҡалмағанмы – тотаһың да Интернет аша белешәһең. Юғары тиҙлекле заманда шунһыҙ булмайҙыр ҙа.
Ул ауылдыҡылар аҡсалы инде, ҡалаға яҡын йәшәгәс, тиеүселәр булыр. Эйе, аҡсалылар, тик Өфөгә генә күҙ төбәп тормайҙар. Интернеттағы төркөмдө асһаң, ниндәй генә иғлан юҡ: бер ҡатын заказ буйынса хәләл пицца эшләй, уны ауылдаштарына үҙе алып барып бирә; икенсеһе яҙын – үҫентеләр, йәйен – йәшелсә-емеш, тауыҡ йомортҡаһы, көҙөн ҡош-ҡорт ите һата, кәзә һауып, ҡымыҙ ҙа бешә; өсөнсөһө туҡмас киҫә, бәлеш, бауырһаҡ бешерә; дүртенсеһе ит, тултырма, ҡаҙы тәҡдим итә; бишенсеһе тыуған ауылынан аҙнаһына ике тапҡыр бал, һөт, ҡаймаҡ, эремсек, талҡан ташый; алтынсыһы торт бешерә, гөлләмә яһай... Декрет ялында ултырыусылар улар. Һис тә фән кандидатымын, фәлән ерҙә етәксемен, директор ҡатынымын йә колхоз рәйесе ҡыҙымын тимәйҙәр.
Ирҙәр араһынан һәр өсөнсөһө төп эшенән бушаған арала ишек һәм тәҙрә ҡуя, электр һәм йылытыу торбаһы үткәрә, иретеп йәбештерә, быяла ҡырҡа, таштан бурай, быраулай шикелле. Ошолай кәсеп итеүҙең файҙаһы ҙур икәнен белеп алғандар хәҙер Өфөгә һирәк сыға, ауылда ғына мәшғүл. Барыһы ла ҡыбырлағас, аҡсаһыҙҙар юҡ, тимәк, бизнес ойоштороу өсөн шарттар бар.
Йәшәр урын киң булғас, аҡсаға наҡыҫлыҡ та әллә ни борсомағас, күптәр ғаиләһен өсөнсө, дүртенсе сабый менән ишәйтте. Был, билдәле, балалар баҡсаһына сиратты арттырҙы. Хөкүмәт оҙаҡ уйлап торманы – ауылда йәнә бер тәрбиә учреждениеһы төҙөлдө. Мәктәпте 550 урынлыҡ итеп проектлағанда иһә тыуым артыры дөрөҫ күҙалланғандыр инде. Хәҙер ял паркы, спорт майҙансығы булдырыу, мәҙәниәт йорто һәм мәсет асыу мәсьәләләре лә күтәрелә. Бөтәһенең дә сәбәбе – балалар, йәғни киләсәк быуын мәнфәғәттәре.
Мәктәптә егермеләп түңәрәк алып барыла: төрлө фәндәрҙән тыш, милли көрәш, бокс, каратэ, саңғы спорты, бейеү, ритмика, рәсем төшөрөү, авиамоделләү... Халыҡ бейеүҙәрен данлыҡлы Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия һәм “Мираҫ” фольклор ансамблдәре оҫталары өйрәтһә, футболсылар менән “Өфө” клубынан тренер шөғөлләнә. Ғөмүмән, балаңдың һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтереү мөмкинлеге киң. Бер нәмә лә тота килеп башланмаған, һәр ҡайһыһын әүҙем, ныҡыш ата-әсәләр үҙҙәре юллаған, йәлеп иткән, түләгән...
Зарланып тик ята белмәйҙәр был ауылда. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, сүп-сарҙы тейәп ситкә сығарыу кемдең бурысы, тип һүҙ сурытманылар, йыйылыштылар ҙа һәр кварталға староста һайланылар, хәҙер дөйөм мәнфәғәттәргә бәйле проблемаларҙы ошо яуаплы кешеләр хәл итә. Кәрәк икән, уға аҡсаһын ғына бирәһең – юлды ҡырҙыра, ҡыйҙы түктерә. Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асыу, мәктәптә әсә теле дәрестәрен һаҡлау ҙа ниндәйҙер хакимиәттең түгел, ә тап ата-әсәләрҙең хәстәре. Шуныһы ҡыуаныслы: бында халыҡ яуаплылыҡты аңлай, онотмай.
Дөйөмләштереп, ауылды һаҡлау өсөн йәштәрҙең һәләтле, әүҙем булыуы, ниндәй ҙә булһа йүнен табып, аҡса эшләргә өйрәнеүе, күберәк бала тәрбиәләүе мөһим, тимәксемен. Бер кем дә ҡулыбыҙҙы бәйләмәгән, телебеҙҙе тыймаған, бер-ике сабый менән сикләнергә тимәгән. Беҙ ишәйгән, нәҫелебеҙҙең сифаты яҡшырған һайын, милләтебеҙ көсәйә, дәртебеҙ ҙә арта.


Вернуться назад