Ил йәштәргә таяна04.12.2015
Өфөлә инновациялы проекттар конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән программала 50 йәш ғалим ҡатнашҡан, һәр кеме үҙ эшенең мөһимлеген, киләсәктә иҡтисад үҫешендә кәрәклеген раҫларға тейеш булған. Һөҙөмтәлә биш ғалимдың хеҙмәте дәүләт ярҙамына лайыҡ тип табылған.

— Был конкурс йәш ғалимдарға, эшҡыуарҙарға идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итә, – тине Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. – “Инновациялы юл күрһәткес” тигән бушлай программа ярҙамында хәҙер улар бизнес-план төҙөргә, инвесторҙар менән нисек эш итергә өйрәнә.
Быйыл Анна Хашпер, Марс Ғәләүетдинов, Денис Космылин, Руслан Рахманғолов, Марат Хәкимйәнов иң яҡшы инновациялы проекттар авторы тип танылды. Улар бындай етди хеҙмәттәре өсөн киләсәктә федераль грантҡа ла дәғүә итә ала.
Һәр эш үҙенсәлекле һәм иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, ғалим Марат Хәкимйәновтың асышы нефть сәнәғәтендә киң ҡулланылыуы ихтимал. Уның проекты скважинанан нефть һурҙырғанда электр энергияһын артыҡ сарыф итмәү мөмкинлеген күрһәтә.
Ә Руслан Рахманғоловтың эше үҙебеҙҙә емеш-еләк үҫтереүҙе әүҙемләштереүгә арналған. Илдә импортты алыштырыуға өҫтөнлөк бирелгәндә, был хеҙмәт тә ауыл хужалығына ҙур файҙа килтермәксе.




Вернуться назад