Ҡылдай нескә муйындар ҙа.... элмәктә02.03.2012
Ҡылдай нескә муйындар ҙа.... элмәктә...Былтыр октябрҙә Хәйбулла районында 17 йәшлек бер үҫмер һуңғы төйәге итеп һарайҙарын һайлаған. Имен ғаиләлә үҫкән, һөнәрселек училищеһында уҡыған.
...Августа Балтас районында 16 йәшлек үҫмер иртәнге сәғәт алты тирәһендә йорт ихатаһында яҡты донъя менән хушлашҡан.
...Ноябрҙең тәүге көнөндә Белорет районында 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһы өйөндә ғүмере менән иҫәп-хисапты өҙгән... Ҡыҙ атаһының үлемен ауыр кисергән. Ярты йыл депрессияла йөрөгән, суицид ҡыласағы хаҡында бер нисә тапҡыр әйткән дә булған.
...Ноябрь башында Учалы районында 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ өйөндә башын элмәккә тыҡҡан. Дуҫлашып йөрөгән егете менән аралары боҙолоуы сәбәп булыуы ихтимал, тип фараз ҡылынған.
...Декабрҙә Нефтекама ҡалаһында 14 йәшлек ҡыҙҙы аҫылынған килеш тапҡандар. Ул да имен ғаиләлә тәрбиәләнгән.
Былары — үҫмерҙәр суицидына ҡағылышлы 2011 йылдағы һуңғы мәғлүмәттәр генә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл да егет һәм ҡыҙҙарҙың үҙ йәнен ҡыйыуы туҡтамай. Республиканың төрлө төбәгенән йән өшөткөс хәбәрҙәр килеүе дауам итә. Улары ла ғәжәп итерлек.
...Иглинда 14 йәшлек үҫмер үҙ теләге менән яҡты донъянан киткән. Йәнһеҙ кәүҙәһен сарҙаҡтағы баҫҡыстан табып алғандар. Сәбәбе — уңышһыҙ мөхәббәт, тип фаразлағандар. Үлер алдынан бер ҡыҙға: “Барыһы өсөн дә ғәфү ит. Хуш” тигән SMS-хәбәр генә ебәргән.
...14 февралдә, ғашиҡтар көнөндә, Ишембайҙа 15 йәшлек ҡыҙ ҙа баҡыйлыҡҡа юл алған — подъезд балконынан һикергән. Табиптар ауыр йәрәхәтләнгән мәктәп уҡыусыһының ғүмерен һаҡлап ҡала алмаған. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡыҙ имен һәм яҡшы тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Етмәһә, уҡыу йылы башында уҡ яҡты донъянан китәсәге тураһында әйтеп ысҡындырған да булған.
2009 йылда республикала — 65, 2010 йылда 68 үҫмер үҙ ғүмерен ҡыйып, гүргә ингән. Иң кесеһенә ни бары 10 (!) йәш. Ике йылда ғына бер мәктәптән өс кластың уҡыусыһы ер ҡуйынына һалынған булып сыға түгелме?!
Элегерәк һирәк-һаяҡ ҡына күҙәтелгән ошондай тетрәндергес хәл хәҙер ғәҙәтигә әүерелеп бара. Тағы ла нығыраҡ хәүефләндергәне — һуңғы аҙымдарының парлашып йәки үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, теләктәшлек күрһәтеп, бер-береһен дәртләндереп яһалыуы. Яңы йылдан һуң Рәсәйҙә 17 үҫмер бер-бер артлы сәскәләй генә ғүмерен ҡыйырға өлгөргән дә инде. Яу яланына сыҡҡандар тиерһең! Өнһөҙ-тынһыҙ һуғыш ҡорбандары ни өсөн арта һуң?
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үҫмерҙәр суициды статистикаһында яуапһыҙ һөйөү, уңышһыҙ мөхәббәт — өсөнсө урында, артабан — ата-әсәһе менән мәктәптәге проблемаларға бәйле фажиғәләр.
14 — 17 йәшлектәрҙең тормоштоң йәмен дә, тәмен дә тойоп өлгөрмәгән килеш гүр эйәһе булыуы шул төбәктә, районда һәм ауылда йәшәгән һәр кемде тетрәндерергә һәм ҡот осҡос бәләнән иҫкәртергә тейеш һымаҡ. Тик, ни өсөндөр, ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең ҡайғы-хәсрәткә сумыуы, үлемдә үҙен ғәйепле һанап, йылдар буйы ғазапланыуы үҫмерҙәрҙә йәлләү тойғоһо уятмай һәм уйландырмай. Һабаҡ алынһа, бәлки, бер үк районда йәки ҡалала ҡот осҡос хәлдәр ҡабатланмаҫ та ине.
Быйыл республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов бер сығышында уҡыусылар араһында суицид осраҡтарының айырыуса Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында йышайыуын борсолоп белдергәйне. Милләтебеҙ өсөн бөтөнләй ят һәм гонаһы иҫ киткес ҙур был аҙымды мәктәп уҡыусыларының яһауы әллә күпме һорау тыуҙыра. Һәр осраҡтың оло фажиғә итеп ҡабул ителмәүе ғәжәпләндерә.
Үҫмерҙәрҙең өй башынан, балкондан ташланыуы, муйынына бау һалыуы һәм ағыуланыуы сәбәптәрен тейешле органдар тикшереп, асыҡларға тырыша-тырышыуын. Һуңғы аҙымға барыуҙарын аҡларлыҡ йәки аҡланырлыҡ сәбәптәр ҙә, бәлки, табылалыр. Ләкин ҡара ер ҡуйынына бер һалынғас, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул-ҡыҙҙарҙы ҡайтарыу мөмкин түгел.
Мәғариф министры бер нисә районды айырып билдәләһә лә, йәш быуын араһындағы суицид теге йәки был ғаилә, төбәк өсөн фажиғә һәм проблема булыуҙан күптән уҙған. Статистика мәғлүмәттәре лә шуны раҫлай. Демографияны яҡшыртыу маҡсатын ҡуйған илебеҙ өсөн ошо мәсьәлә айырым иғтибар талап итә. Күптән түгел Рәсәй Президентына Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов балалар менән ниҙәр ҡылыныуы хаҡында түкмәй-сәсмәй еткергән. Мәғлүмәттәр сәстәрҙе үрә торғоҙорлоҡ! Мөйөш һайын: “Ҡайҙа барабыҙ, йәмәғәт?!” — тип һөрән һалырлыҡ. Рәсәй суицид буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй икән, саң ҡағырға һуңлап та барабыҙ түгелме? Павел Алексеевич әлегә был күренеш эпидемия төҫө алмаған тип тынысландыра-тынысландырыуын. Шулай ҙа уның фажиғә булыуын таный. Ошо үтә сетерекле мәсьәләлә өлкәндәрҙең ярҙамы һәм аңлауы мөһим. Белгестәр һәр ата-әсә балаһына ышаныслы дуҫ һәм терәк була алмаһа, хәлдең үҙгәреүенә икеләнеү белдерә. Тимәк, был проблема менән ғаиләнең үҙендә көрәшеү мотлаҡ. Берәҙәклектә йөрөгән йәки имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр түгел, йышыраҡ етеш тормошта йәшәгән, яҡшы тәрбиә алғандарҙың нескә муйындарына бау һалыуы — уйландырырлыҡ йәнә бер мәсьәлә. “Балалар менән ошо юҫыҡта эш алып барылмаһа, һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаясаҡ, үҫмерҙәр секталарҙың йәки аң томалатыусыларҙың тоҙағына эләгәсәк”, — тип иҫәпләй вәкил.
Үрҙә әйтелгән йән өшөткөс мәғлүмәттәр рәсми теркәлгәндәре генә. Донъя менән хушлашырға өлгөрмәй ҡалғандары ла бар бит әле. Үлем тырнағынан тартып алынғандарының рәсми теркәлгәндәре генә йылына дүрт мең самаһы, тиҙәр. Ләкин бының аныҡ һан түгеллеген билдәләйҙәр. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уларҙың иҫәбе алып та барылмай икән. Кемдәрҙеңдер, бәлки, өйҙән сүп сығарғыһы килмәйҙер. Психолог һәм психиатрҙарҙың быға ваҡыты ла етмәй торғандыр. Һуңғы аҙымдарын яһатмай, ваҡытында күреү, туҡтатыу һәм ярҙам ҡулы һуҙыу һәйбәт. Әммә үҫмерҙәр суициды мәсьәләһендә ысынбарлыҡтағы мәғлүмәттәргә таянып эш итеү отошлораҡтыр.
Быйыл илдә айҙан ашыу ваҡыт эсендә 17 үҫмерҙең бер-бер артлы яҡты донъянан китеүе хаҡында алдараҡ телгә алып үтелгәйне. Шаңҡытҡыс хәлдең сәбәбе йәнә ғәжәпләндерә. Баҡһаң, ошо күренеш Интернеттың социаль селтәрендәге “үҙ-үҙен үлтереүселәр клубы”ның “әүҙемлеге” һөҙөмтәһе икән. Йәшерен-батырын да түгел, ә асыҡтан-асыҡ, һәр үҫмерҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ эшмәкәрлек алып барыла. Ҡайҙа беҙҙең тикшереү-күҙәтеү органдары? Ни өсөн әле һаман янғын ялҡыны ялмап алғас ҡына һүндереүселәр арта? Ул-ҡыҙҙарҙың аңын томалап, үкенесле аҙымға этәреүселәр, һөсләтеүселәр күләгәлә ҡала алыуына иҫәп тотмаһа, бер-бер артлы йән ҡыйыуға, бәлки, барып етмәҫ тә инек.
Илебеҙҙә енәйәтселәр ҡорбаны булыуҙан, бәхетһеҙлеккә тарыуҙан, суицидтан йыл һайын 10 мең самаһы үҫмерҙе юғалтабыҙ. Хатта күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Был республикалағы бер район үҙәгендә йәшәүселәр һанына тиң тиерлек. Артабан да хәл шулай дауам итһә? Ул сағында тыуымды дәртләндереү, балалы ғаиләләргә пособие күләмен, социаль ярҙам сараларын арттырыуға миллиард һумдар тотоноуҙың һөҙөмтәһе нисек үлсәнер икән?
Павел Астахов балаларҙы яҡлау ҙа милли хәүефһеҙлек мәсьәләһе булырға тейеш, тип иҫәпләй. Тик ул механизм ҡасан ҡуҙғатылыр ҙа ҡасан тулы ҡеүәтенә эшләй башлар?
Йәмәғәтселек көс-хәл менән тауышын ишеттереп, педофилдарға ҡарата язаны көсәйтеүгә ҡағылышлы законға төҙәтмәләр индереүгә өлгәште-өлгәшеүен. Баҡһаң, бында ла барлыҡ мәсьәлә иҫәпкә алынып етмәгән икән. Мәҫәлән, порнография һәм уны таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы аныҡ билдәләнмәгән. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең әйтеүенсә, әгәр был нормалар индерелмәһә, Рәсәй үҫмерҙәр порнографияһы ояһына әүереләсәк. Ғөмүмән, балаларҙы яҡлауға ҡағылышлы ҡайһы ғына йүнәлеште ҡарама, аҙым һайын тиерлек ғәмһеҙлек, яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ менән осрашаһың. Йәш быуынды һаҡлау һәм яҡлау, үкенескә ҡаршы, күбеһенсә һүҙҙә һәм ҡағыҙҙа ғына ҡала килә.
2012 йылдан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының бойороғо буйынса, ауырлығы 500 грамм булып тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшәсәктәр. Элегерәк был “планка” юғарыраҡ ине. Уларҙы ҡәҙимге сабый хәленә еткереү өсөн байтаҡ сығым талап ителәсәк, тиҙәр. Билдәле, заманса медицина ҡорамалдарын файҙаланыу, сабыйҙарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙ ҡараһылай ҡурсалау кеүек саралар финансҡа бәйле. Табиптарыбыҙ 500 грамлыҡ сабыйҙы ла юғалтыуға юл ҡуймай икән, бик хуп. Бәлки, иң элек көстө аяныслы аҙым яһаусыларҙы ҡурсалауға, педофилдар ҡорбаны булыуҙан, ғаиләләге йәки мәктәптәрҙәге кәмһетелеүҙән яҡлауға һәм һаҡлауға тупларға кәрәктер? Уларҙы физик яҡтан да, психик йәһәттән дә сәләмәт итеп үҫтерергә тырышҡанда һөҙөмтәлерәк булмаҫ инеме икән?
2012 йыл республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың йылға тап ошо исемде бирергә ҡарар итеүе юҡҡа түгел. Үкенескә ҡаршы, өлкәндәрҙең яуапһыҙлығын үҙ елкәһендә тойған, ғаиләһендә һәм мәктәптә ҡыйырһытылған һәм хатта көс ҡулланылған үҫмерҙәр бихисап. Быйылғы йыл йәмәғәтселеккә кешелекһеҙ ҡылыҡтарға баһа биреү, юғалған йәки онотола төшкән ҡиммәттәрҙе тергеҙеү өсөн мөмкинлек бирә. Бала хоҡуҡтары яҡланған һәм шәхес булараҡ ихтирам ителгән йәмғиәттең генә тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҫешеүен онотмаһаҡ ине.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Нурмөхәмәт НУРИЕВ,
“Асия” мәсете имамы:

— Бала бәлиғ булғанға тиклем уның өсөн ата-әсәһе яуаплы. Әле үҫмерҙәр араһында күҙәтелгән афәт — беҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән оло һынау. Тәү сиратта — үҫмергә ғүмер биреүселәр өсөн. Донъяуи мәшәҡәттәргә бирелеп, рухи ҡиммәттәргә, тәрбиәгә аҙ ваҡыт сарыф итәбеҙ. Ашатыу-эсереү кеүек көндәлек хәжәттәрҙе ҡайғыртыу ғына етмәй. Мине ошондай бәлә урап үтер йәки хәүеф янамай, тип йәшәйбеҙ икән, ныҡ хаталанабыҙ. Туған-тыумасаның, нәҫел-нәсәбебеҙҙең дә балаларын яңылыш аҙым яһауҙан иҫкәртергә тейешбеҙ.
Исламда, үҙ ғүмеренә ҡул һалған кеше үҙенә яза ала, тиелә, сөнки ул тамуҡҡа инә. Гонаһһыҙ сабыйҙар вафат булһа, улар туранан-тура ожмахҡа юл ала, ә йәндәрен үҙҙәре ҡыйыусылар унда инеүҙән мәхрүм ителә. Йәмғиәттәге әлеге аяныслы күренештәр матур йәшәргә ынтылыу, хаҡ юлды һайлау кәрәклеге хаҡында саҡырыу ҙа ул.

Рәмилә ӘБДЕЛҒУЖИНА,
үҫмерҙәр психиатр-наркологы:

— Ата-әсәнең йылы ҡанаты аҫтынан сығып та өлгөрмәгән балаларҙың яҡты донъя менән хушлашыуы йәки ғүмерҙәре менән иҫәп-хисапты өҙөргә ҡарар итеүе — йәмғиәтебеҙ өсөн оло фажиғә. Күҙәтеүҙәр бер тапҡыр хәтәр юлды һайларға ынтылған үҫмерҙең уны яңынан ҡабатларға тырышыуын күрһәтә. Шуға ла ҡурҡытыу йәки шаярып ҡыланыу тип битараф ҡалырға ярамай.
Хәҙер үҫмерҙәр психикаһына кире йоғонто яһаусы нәмәләр күп. Әгәр улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ тормоштан төңөлөүе, йәшәгеһе килмәүе һәм ауырлыҡтар хаҡында йыш ҡабатлай икән, иғтибарығыҙҙы арттырығыҙ. Үкенесле аҙымды нигеҙҙә үтә һиҙгер, хисле, алдашыу, намыҫһыҙлыҡ күренештәре менән килешә алмаусылар яһай. Бикле күңелен асырға асҡыс таба алмаһағыҙ, абруйлы туғандарығыҙға йәки психологка мөрәжәғәт итегеҙ. Үҫмерҙең ҡайҙа йөрөүе, дуҫтары кем булыуы менән ҡыҙыҡһыныу, ғөмүмән, һәр ваҡыт тын алышын белеп тороу кәрәк.


Вернуться назад