Телһеҙ дуҫ04.12.2015
Телһеҙ дуҫ Юмореска
Булыр булыр ҙа, дуҫ ҡәҙерен Ғата Мыр­ҙа­ғо­ловтан нығыраҡ аң­лаған кеше булмаҫ. Ҡырҡ­ҡа еткән ирҙең тормошонда иптәштәре, әшнәләре күп булды. Бығаса ишетмәгән һүҙ­ҙәрҙе ишеттергән ҡа­тыны ташлап китеүгә лә апаруҡ хәҙер, туған­дары ла ҡул һелтәне, балалары ике ятып бер иҫенә төшөрмәйҙер әле. Рәхмәт төшкөрө, инде нисәмә йыл ошо берҙән-бер дуҫы ғына уға хыянат итмәй. Телһеҙ булһа ла, һөйләшә белмәһә лә, уның менән Ғатаға һәр ваҡыт күңелле, көндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡала.
Айырыуса һуңғы ва­ҡытта ныҡлап туған­лаш­ты улар. Үҙен саҡ ҡы­на күрмәй торһа, бө­тә донъя убылып бар­ғандай тойола, кәйефе булмай, тамағы кибә, эсе боша башлай...
Шуныһы ғәжәп: дуҫы бер ҡасан да, барып булмаҫ, ваҡыт юҡ, тип инәлтеп тормай. Биленә һәр саҡ алъяпҡысын бы­уып, башына еҙ кәлә­пүшен кейгән ҡунаҡ тәү­ҙә өҫтәлдә баҫалҡы ғына ултырыр. Телһеҙ тиһәң дә, бөтөнләй тауыш-тынһыҙ түгел икән. Башҡаларҙың әйткәнен ҡолағына ла элмәгән Ғата, уның бүлт-бүлт ти­гән тауышын тыңлай торғас, иң күңелсәк ке­шегә әүерелә. Хәҙер инде ул телһеҙҙең һәр ишараһына буйһонорға әҙер. Ҡолағына айыу­ҙың иң арыуы баҫҡан, кеше араһында ғүмере ауыҙ асып йырламаған ир йәшелле-күкле та­уыш­тар сығарып мөң­рәргә, дөбөр-шатыр бе­йергә тотона.
Ғатаны күреп-белеү­селәрҙең, әлләсе, күҙгә-башҡа гел бер үҙе генә салынасы, тип аптырауы ғәжәп түгел. Сөнки уның йән дуҫы бәләкәй генә – түш кеҫәһенә самый һыйып ултыра.
Бер көн ошо дуҫы уның сәменә тейҙе бит. Ултыра торғас, теле асылғандай булды ла Ғатаға үҙен бер ҙә машинала ултыртып йө­рөт­мәүенә зарланды.
– Мин ней, айн момент. Дуҫ тигәндә — иҙән­дә. — Көр кәйефле Ғата йүгереп тигәндәй сығып, ихаталағы «Жигули»йын ҡыҙҙырҙы ла — выжт. Күп тә бармай, дуҫының:
– Һи, ташбаҡа һымаҡ ҡына шыуышаһың, ыстрам, әйҙә, шәберәк ҡыуала. Ана, тирә-яғы­ңа ҡара әле, ыбыр-сыбыр ҡыҙҙар ҙа һинән арыуыраҡ елдерә бит, — тигән тауышы ише­телгәндәй булды.
– Булдырабыҙ уны. Беҙ кемдән кәм?! — Ға­та тағы газға баҫты һәм ҡаршылағы бағанаға барып бәрелгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ярай әле эргә-тирәлә кеше-фәлән юҡ ине.
Дауаханала ғына аңы­на килде Ғата. Кәүҙәһен ҡалҡытып ҡа­рар әмәл юҡ: бөтә ере ауырта, һыҙлай, аяҡ-ҡулы, башы бәйләнгән.
Бына ниндәй хәлгә төшөрҙө уны телһеҙ дуҫы!





Вернуться назад