Водителдең юлда имен-һау йөрөүе нимәгә бәйле? Тәжрибәгә, йәшкә? Эйе, барыһына ла. Йәнә бығаса әллә ни иғтибарға алынмаған бер нәмә мөһим икән: астрология. Автомобиль йөрөтөүсенең юл хәрәкәтен боҙоуы ла, шулай уҡ транспорт бәлә-ҡазаһынан ҡотолоу мөмкинлеге лә уның ниндәй йондоҙлоҡҡа ҡарауына бәйле, ти. Шуныһы ғәжәп: быны астрологтар түгел, ә Американың страховкалау компанияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған.Улар юлдағы уңышһыҙлыҡ буйынса тәүге урында Үлсәүҙе билдәләгән, икенсе – Һыуғояр, имеш. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар руль артында үҙҙәрен башҡаларға ҡарағанда үтә насар тота, шуға йыш ҡына бәхетһеҙлеккә дусар була.
Өсөнсө урында – ҡуҙылар. Уларҙың ҡыҙыу, сабырһыҙ булыуы иҫбатланған. Руль артында бындай сифаттар яҡшыға алып бармай.
Балыҡтар – дүртенсе баҫҡыста. Тикшереүселәр уларҙы үтә хисле, уйға бирелеүсән тип һанай. Трассала шәп тиҙлек менән китеп барғанда ла балыҡтар нимәлер уйлана, йыш ҡына мөхәббәт хаҡында хыялланып, “күктә йөҙә” һәм хәүефле урындарҙы һиҙмәй ҡала.
Исемлек уртаһында – саяндар. Дөйөм алғанда, улар насар водитель түгел – иғтибарлылар, үҙҙәренә ышаналар. Әммә төп проблема – башҡаларға юл бирергә теләмәйҙәр. Әгәр бүтән машиналағылар уҙып китә икән, был уның асыуын килтерә, һәм ике арала уҙыш башлана. Билдәле, хәл йыш ҡына күңелһеҙ тамамлана.
Алтынсы урынға буғаларҙы ҡуйғандар. Уларҙың төп бәләһе – үҙһүҙлелек, теләһә нисек үҙеңдекенә өлгәшергә ынтылыу. Ысын Буға бер ҡасан башҡаға юл бирмәҫ – был йыш ҡына бәлә-ҡазаға алып килә. Светофорҙы ла һанлап бармайҙар.
Етенсе баҫҡысты уҡсылар биләй. Улар бүтәндәрҙән иркенлек һәм мажара яратыуы менән айырылһа ла, руль артында тәртип һаҡлай, пассажир менән аралашып бармай, телефондан һөйләшергә лә әүәҫ түгел. Тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, бары башҡаларҙың уны тынғыһыҙлауы ғына юл фажиғәһенә килтереүе мөмкин.
Тотанаҡлы һәм ныҡыш Кәзәмөгөҙ исемлектең һигеҙенсе урынын биләй. Әммә уларҙы эгоизм харап итеүсән. Кәзәмөгөҙҙәр бары ныҡ ҡабаланғанда, башҡаларҙың уға юл биреүен мотлаҡ тип иҫәпләп, хәрәкәт ҡағиҙәләрен иҫенән сығарғанда ғына фажиғәгә тарый.
Ҡыҙҙар – туғыҙынсы урында. Тотанаҡлылар, тәртиплеләр, йыйнаҡтар, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүе менән иғтибарға лайыҡтар. Башҡаларға йыш юл бирәләр, шуға ла кәрәк урынға бүтәндәргә ҡарағанда оҙағыраҡ барырға тура килә уларға.
Унынсы баҫҡысты биләгән ҡыҫалалар, уйға бирелергә яратһа ла, һаҡлана белә, шулай ҙа уңайы килгән һайын сигнал биреп, башҡаларҙы борсорға ярата.
Игеҙәктәр машинала йөрөүҙән ғәләмәт ләззәт ала. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар ғүмер буйы руль артында йөрөргә риза. Ун икенсе урынға сыҡҡан арыҫландар — юлда иң тынысы, үҙенә ышанған кешеләр. Шуға күрә улар фажиғәләрҙән алыҫ тора.