Йылмайып-көлөп кенә04.12.2015
Бензин да кәрәкмәй
Бер ханым, светофорҙа ҡыҙыл ут яныуға ҡарамаҫтан, юл сатынан елдереп үтеп китә. Шул мәл уны полиция инспекторы туҡтата:
– Ни өсөн туҡтаманығыҙ, светофорҙы күрмәйһегеҙме ни? – ти ул, асыуланып.
Ҡатын ғәйепле төҫ менән йылмая:
– Ғәфү итегеҙ, күреүен-күрҙем дә ул, тик бына аңғармай ҡалдым.
* * *
Ирле-ҡатынлы икәү машиналарын оҫтаханаға этеп килтерә.
Ире йәмәғәтенә:
– Беҙгә машина һатҡан теге әҙәм дөрөҫ әйткән икән.
– Нимәне?
– Машина бензинды бөтөнләй аҙ ашай, тип. Бына бит, яғыулыҡ та кәрәкмәй.
* * *
– Һин машина һатырға йыйынған берәйһен белмәйһеңме?
– Беләмсе, ике-өс көндән арғы урамдан берәү үҙенекен мотлаҡ икенсе кешегә “осора”саҡ.
– Ҡайҙан беләһең? Күрәҙәсе түгелһеңдер...
– Һи, шуны ла белмәҫкә! Теге аҙнала ғына шул машинаны уға мин һатҡайным.
* * *
Инспектор бер ҡатынды туҡтата:
– Правағыҙҙы күрһәтегеҙ!
– Зинһар өсөн, тартып алмағыҙ! Унда минең иң матур фотографиям ҡуйылған.
* * *
Ике ҡатын машинала китеп бара. Бер мәл ниҙер кәлтер-көлтөр килгәнгә туҡтаһалар, тәгәрмәстең тыны сыҡҡан икән. Бер ҡатын ғәжәпләнеп:
– Һауа сығып бөткән, – ти.
Икенсеһе ҡыуана:
– Әлдә генә өҫтәгеһе сыҡмаған...