Тығын04.12.2015
Уф, һуңлайбыҙ инде! Был ниндәй бөтмәҫ тығын!
Концертҡа ашығабыҙ. Минән бигерәк ҡатыным сабырһыҙлана. Филармонияға барғас та сисенә һалып инеп булмай бит инде ҡатын-ҡыҙға – өҫ-башын рәтләп алырға ла кәрәк.
Ташбаҡа кеүек бер нисә метр алға шыуышабыҙ ҙа йәнә туҡ­талабыҙ. Нимә булды икән, тип сығып ҡараһам, беҙҙән алда өс егет ишараты бер иҫке “Жигу­ли”ҙы этеп маташа. Машина ҡыҙып, бер аҙ бара ла тағы һүнә. Үҫмерҙәр йәнә күмәкләшеп сығып машинаны этергә тотона…
Тығында шаҡтай ултырҙыҡ. Һуңланыҡ концертҡа. Был көндә беҙ генә түгел, тағы бик күптәр ошо эшкинмәгән машина арҡа­һында бараһы еренә барып етә алмай аҙапланғандыр.
Тормошта ла шулай бит. Эш­кин­мәгән машина кеүек әҙәм­дәрҙе дәрәжәле ағай-энеһе, таныш-тоношо яуаплы урындарға этә. Һуңынан теге бисара үҙе лә алға бара алмай, башҡаларға ла юл бирмәй. Илдәге тығындар ҙа шул сәбәпле барлыҡҡа килмәйме икән?




Вернуться назад