Һәр осраҡта ла мотлаҡ04.12.2015
– Минең танытманың ғәмәлдән сығыуына 9 йыл үткән. Яңыһын алғанда медицина белешмәһе кәрәкме?
— Эйе. Әммә был осраҡта яңы танытманың ваҡыты иҫкеһенеке кеүек буласаҡ. Киләһе 10 йылға права алыу өсөн медицина тикшереүе үтеү мотлаҡ.
***
– Фамилиямды үҙгәрттем. Медсправка алырғамы?
– Эйе.
***
– Шоферлыҡ танытмаһынан мәхрүм иттеләр. Уны ҡайтанан юллау өсөн медицина белешмәһе талап ителәме?
– Әлбиттә.
***
– Мин яңы категория алырға теләйем. Медсправка һорарҙармы икән?
– Был осраҡта ла кәрәк.