Медицина белешмәһе кәрәкмәй04.12.2015
Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы транспорт саралары йөрөтөү һәм водитель танытмаһы алыу өсөн имтихан биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүе хаҡында иғлан итте.
Уға ярашлы, киләсәктә водитель танытмаһының юғалыу йәки сафтан сығыуы сәбәпле яңыһын алырға тура килгәндә, медицина белешмәһе талап ителмәйәсәк. Халыҡ-ара водитель танытмаһы алғанда ла уның кәрәге булмаҫ.