Күрше хаҡымы?04.12.2015
Был хәл Мәләүез районында теркәлә. Урамдан аҡты-ҡараны күрмәй машина елдерә. Уның өсөн светофор бар ни, юҡ ни! Юлында осрағандар саҡ-саҡ янтайып ҡотола. Әлбиттә, “шумахер”ҙың былай ҡыланышы юл инспекторҙарының иғтибарынан ситтә ҡалмай.

– Документығыҙ ҡайҙа? – Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең был һорауына иҫерек ир ауыҙ асып та яуаплай алмай. Машина үҙенеке икәнен раҫлаған документы ла булмай.
Шул саҡ полицияға берәү машинаһы юғалыуы тураһында шылтырата. Һәм, ни ғәләмәт, тап шул “тимер ат”ты ошо иҫерек ир теҙгенләгән дә инде! Етмәһә, күршеһе булып сыға. Һөҙөмтәлә уғрыға ҡарата енәйәт эше асыла, ә машина хужаһына ҡайтарыла.
Машинаны ҡыуып алып киткән ирҙең был мутлығы тәүгегә түгел икән. Бығаса ул уғрылыҡ өсөн төрмәлә лә ултырып сыҡҡан. Ҡулы оҙон әҙәмдең артабанғы яҙмышын суд хәл итәсәк.




Вернуться назад