Транспортҡа һалым бөтөрмө?04.12.2015
Рәсәй парламентарийҙары йәнә транспорт һалымын бөтөрөү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. ЛДПР депутаттары Игорь Лебедев менән Ярослав Нилов Дәүләт Думаһына транспорт һалымын йыйыуҙы туҡтатыу хаҡында закон проектын өсөнсө тапҡыр индерҙе. Улар документтың был юлы Хөкүмәт тарафынан яҡлау табырына өмөтләнә.

Саҡ ҡына алдараҡ Рәсәй вице-премьеры Аркадий Дворкович та ошо хаҡта әйтеп ҡуйғайны. “Дворковичтың һәм “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәренең ыңғай ҡарашы беҙҙе ҡабаттан был темаға әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте, – ти Ярослав Нилов. – Һалымды бөтөрөргә тигән фекерҙе күптән тәҡдим итәбеҙ, әммә ул һәр ваҡыт иғтибарҙан ситтә ҡала. 2012 йылда хатта 100 мең ҡултамға йыйҙыҡ, ләкин бер ни ҙә үҙгәрмәне”.
Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, бөгөн һалым транспорт саралары булған өсөн алына, ә юлда йөрөгәнгә түгел. Ошо рәүешле йыйылған аҡса ысынбарлыҡта фәҡәт юл фондына йүнәлтелергә тейеш. Игорь Лебедев: “Был алым файҙаһыҙ һәм автомобиль йөрөтөүселәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра”, – ти.
Адвокат Леонид Ольшанский ҙа үҙенең фекерен белдерә. “Күптәрҙең машинаһы тик тора. Беҙгә инвалидтар, ветерандар, пенсионерҙар үҙҙәренең машинаһында йылына бер-ике тапҡыр ғына сығып йөрөүе, ә һалымды башҡалар менән бер үк күләмдә түләүе хаҡында зарланып яҙа”, – ти ул.
Водителдәрҙең сығымы былай ҙа күп, тип бара адвокаттар. “Улар парковка өсөн дә түләй, бензин да ҡыйбатланғандан-ҡыйбатлана. Бары шуны уйлап ҡына ла транспортҡа һалымды бөтөрөргә кәрәк булыр ине”, – ти Ольшанский.
Аркадий Дворкович әйтеүенсә, хөкүмәт транспорт һалымынан баш тартыуҙы күптән тәҡдим итте, әммә губернаторҙар уны ҡалдырырға ныҡышып килде. Хәҙер һәр төбәк, халыҡтың йәшәү кимәленә ҡарап, транспорт һалымының төп ставкаһын һәм урындағы юл фондына керем күләмен билдәләй. Тап шуға ла төбәк етәкселәре бюджетты тулыландырыусы мөһим статьянан баш тартырға теләмәй.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар, төрлө төбәктәрҙә һалымдың төрлөсә булыуын нормаль күренеш түгел, тип билдәләй. “Урындағы чиновниктарға һалым ставкаһын билдәләү йәһәтенән ҙур хоҡуҡтар бирергә ярамай. Бөтә тарифтар Дәүләт Думаһы ҡабул иткән берҙәм критерий буйынса билдәләнергә тейеш”, – тигән ҡарашта улар. Шулай ҙа транспорт һалымынан баш тартҡанда урындағы юл фонды нисек тулыланыр – мәсьәлә асыҡ ҡала.
Адвокаттар, үҙәкләштерелгән көйләү алымы уңайлы, ти. Мәҫәлән, юл төҙөлөшөнә аҡса күсерергә махсус орган булыуы мөһим. Закон проектының авторҙары юл фондына сығымды яғыулыҡҡа өҫтәлгән хаҡ иҫәбенә компенсацияларға тәҡдим итә.

Интернет селтәренән.


Вернуться назад