“НефАЗ”ды “йүгәнләгән” һылыу04.12.2015
“НефАЗ”ды “йүгәнләгән” һылыу Һуңғы осорҙа Өфө урамдарында маршрут автобустарын “йүгәнләгән” гүзәл зат вәкилдәре йыш күренә. Шуларҙың береһе – Әлмира Ғәббәсова.

Әлмира бына ике йыл инде “НефАЗ” автобусын йөрөтә.
– Тәүҙә автопаркта ирҙәр ғәжәпләнеп, күпмегә сыҙар тиң, бер аҙ йөрөр ҙә ташлап ҡуйыр әле, тигәндәй шикләнеп ҡарай ине, – ти ҡыҙыҡай. – Хәҙер өйрәнделәр инде. Һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торалар.
Ә бына Әлмираның автобусына ултырған пассажирҙар уға һоҡланып бөтә алмай. Айырыуса өлкәндәр:
– Ҡыҙым, ҡурҡмайһыңмы? Ҡалала машиналар себен урынына гөжләп тора бит. Иҫән-һау йөрө, бәлә-ҡаза ситтә булһын, – тип изге теләктәрен белдерә.
Ихлас ҡыҙ тәүҙә троллейбус йөрөткән. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул ябай ғына кеүек тойолһа ла, Әлмира фекерҙе кире ҡаға:
– Минең өсөн автобуста йөрөүе еңелерәк, – тип йылмая.
Әлбиттә, юл ҡағиҙәләрен һанламаусы йәйәүлеләр ҙә осрай, бәғзеләре кәрәк булмаған урындан йүгереп сығып китә.
– Шуға ла юлда үтә иғтибарлы булырға кәрәк, – ти үҙ һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ.
“Башавтотранс” компанияһы етәкселәре Әлмира Ғәббәсованың эшенән ҡәнәғәт.




Вернуться назад