Яртыһын ғына түләргә теләһәң...04.12.2015
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә яңылыҡ­тар индерелеп тора. Мәҫәлән, киләһе йылдың 1 ғинуарынан юл хәрәкәте ҡа­ғиҙәләрен боҙоусылар штрафын 20 көн эсендә үк ҡапларға теләй икән, талап ителгән сумманың яртыһын ғына бирергә тура киләсәк. Шулай ҙа был ташлама барыһына ла ҡағылмай. Мәҫәлән, теркәлмәгән машинала икенсе тапҡыр тотолғанда, эскән килеш рулгә ултырғанда (медицина тикшере­үенән баш тартҡанда), тыйылған ерҙә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡанда, юл-транспорт ваҡиғаһында ҡазаға тарыусылар булғанда, водителдәргә штраф түләгәндә льгота бирелмәй.




Вернуться назад