Эскән икәнһең, өйҙә ултыр04.12.2015
Рулгә эскән килеш ултырғандар йәмғиәтте ҙур хәүефкә һала. Бихисап фажиғәләр тап улар арҡаһында килеп сыға. Икенсе тапҡыр һалмыш килеш тотолғандар йәки медицина тикшереүенән баш тартҡандар өсөн 300 мең һум самаһы штраф, 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эш, ике йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү ҡаралһа ла, киҫекһеҙҙәр бар әле.

Әлбиттә, Башҡортостан судтары уларҙы башлыса хеҙмәт менән тәрбиә­ләүгә өҫтөнлөк бирә. Ошо арала Нефтекаманан һалмыш килеш юлға сыҡҡан Рәзил Шакиров 100 сәғәт бушҡа эш­ләйәсәк. Былтыр августа водитель танытмаһы тартып алынған ир йәнә автомобилгә ултырған. Өфөнөң Киров районы суды Александр Тришкинды иһә 360 сәғәткә мәжбүри эшкә хөкөм иткән.
Салауаттан Тимур Усманов 2013 йылда медицина тикшереүенән баш тартҡаны өсөн танытмаһынан мәхрүм ителә, әммә ул бынан һабаҡ алмай. Быйыл машинаһында елдереп йөрөгән сағын иҫенә төшөрә лә ҡырын тейәгән килеш йәнә рулгә ултырып сығып китә. Әммә уға кинәнеп йөрөргә яҙмай. Уяу торған полиция инспекторҙары юлын киҫә. Хәҙер Тимурға 240 сәғәт бушҡа бил бөгөргә тура киләсәк. Благовещендан Борис Сәрүәровҡа, Баймаҡтан Ишбулат Насировҡа ла түләүһеҙ эшләүҙең дауаһы тейергә яҙһын!


Вернуться назад