“Штраф” операцияһы башланды!04.12.2015
Декабрҙең тәүге көнөнән республикала “Штраф” операцияһы башланды. Был осорҙа ЮХХДИ-ға бурысын ваҡытында түләмәгәндәрҙе ҡулға алыуҙары ихтимал.
Тикшереү ҡаты булмаҡсы. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарҙың штрафын кисектермәй түләүе һорала. Бурысын ҡайтармаған килеш автомобилен теркәргә йәки иҫәптән төшөрөргә теләүселәргә лә аяу булмаясаҡ.
Әлбиттә, киҫекһеҙҙәрҙе ҡаты яза көтә. Мәҫәлән, улар енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Бәғзеләренә штрафын икеләтә арттырып түләргә тура килер. Һәр дүртенсе бурыслы административ ҡулға алынһа, ҡалғандары мәжбүри эшкә йәлеп ителәсәк.