Ноябрь башында Стәрлетамаҡтың Техник урамында ҡот осҡос авария була – юғары тиҙлектә елдергән “9-сы” маркалы “Жигули” ҡаршыға килгән “ЗиЛ”ға бәрелә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге егет урында йән бирә. Әлеге автоһәүәҫкәр — юл ҡорбандарының быйыл инде 14-cеһе. Әлбиттә, бында йыл башында бер юлы өс ир-егеттең ошондай уҡ әжәл табыуын, башҡа осраҡтарҙы ла миҫал итеп килтерергә булыр ине. Уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел… Шулай ҙа башҡаса фажиғәгә тарымаҫ өсөн хәүефһеҙлек сараларын күреп була бит! Ошо хаҡта Башҡортостандағы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы, полиция майоры Ринат Нәҡиф улы ФӘРХЕТДИНОВ менән фекер алыштыҡ.— Стәрлетамаҡта юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандары һуңғы йылдарҙа артамы?
— Ғөмүмән, үткән 10 айҙы күҙ уңында тотҡанда, төрлө юл-транспорт ваҡиғалары, үкенескә ҡаршы, быйыл артты – 159. Уларҙа йәмғеһе 172 кеше тән йәрәхәте алған, 12 кеше вафат булған. Бәхеткә күрә, ҡорбандар һаны быйыл кәмене.
— Был тәңгәлдә статистиканың яҡшырыуын ниндәйҙер эш һөҙөмтәһе тип атарға буламы?
— Әлбиттә. Башта шуны асыҡлап үтәйек: ҡала буйынса теркәлгән юл фажиғәләренең күбеһе автомобилдәрҙең ҡаршы яҡ һыҙатҡа барып сығыуына бәйле. Был йәһәттән ғинуар-октябрь айҙарында ғына 58 бәрелеш булған. Ә кемдәр һуң улар? Билдәле, тиҙлек яратҡан йәштәр йә иһә эскән көйө рулгә ултырған ир-ат. Атап әйткәндә, һуңғылары арҡаһында үткән 10 айҙа 11 авария булған һәм уларҙағы ете ҡорбандың 5-еһе — эскән водителдәр намыҫында.
Ошо күренеште күҙ уңында тотоп, хеҙмәткәрҙәр алдында һалмыш килеш рулгә ултырыусыларға ҡаршы көрәште көсәйтергә тигән бурыс ҡуйылды. Был тәңгәлдә көндәлек хеҙмәт, махсус рейд-операциялар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Иртәнге инструктаждарҙы үткәргәндә лә һәр саҡ ошо темаға баҫым яһайым.
Үкенескә ҡаршы, әле аҙ ғына наряд менән дә тәүлегенә 3-4 иҫерек водителде асыҡлайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡот осҡос күрһәткес был! Бер яҡтан хәҙер закон да ҡаты, икенсе тапҡыр эсеп эләгеүселәргә енәйәт эше лә ҡуҙғатыла башланы, ҙур күләмдәге штраф, төрмә камераһы, водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡағыу һымаҡ күренештәр һағайтырлыҡ, әммә әҙәм балаһы, күрәһең, аңламағас, аңламай, һуңғы сиккә барып етә. Көнө-төнө киң мәғлүмәт саралары алкоголь, наркотик ҡулланыусылар менән бәйле иҫ китерлек енәйәттәр тураһында һөйләп тора, ә һабаҡ алыусылар һирәк һымаҡ. Әлеге көндә, мәҫәлән, ҡала урамдарында 54 водитель эскән килеш инде икенсегә тотолдо. Уларҙың 40-ына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. 0,16 промиль алкоголь ҡулланыу рөхсәт ителгән хәлдә лә, юлға айыҡ организм һәм айыҡ аҡыл менән сығыу хәйерле!..
— “Аҙ ғына наряд менән…” — тинегеҙ. Хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ бармы әллә?
— Бөгөн бүлектә 40 кеше иҫәпләнә, әммә уларҙың һәммәһе лә хәүефһеҙлек өсөн юл буйында көрәшә тигәнде аңлатмай был. Һәр кемдең үҙ бурысы: берәүҙәр протоколдарҙы судҡа тапшырыу менән шөғөлләнә, икенселәр пропаганда алып бара, водитель танытмаһы бирергә, транспортты ла теркәргә кәрәк. Юл буйына тәүлегенә ни бары ике экипаж сыға. Ярай улар хәүефһеҙлек һағында ғына торһа икән дә, юл-транспорт фажиғәләрен теркәү ҙә нәҡ ошо егеттәр иңендә бит. Ғөмүмән, нарядҡа эш етерлек.
Әлбиттә, ҡалала автомобилдәрҙең ниндәй тиҙлектә килеүен билдәләүсе стационар (бағанаға беркетелгән) ете камера эшләй. Бынан тыш, тиҙ ҡоролмалы тағы өс камера бар, уларҙы юл-транспорт ваҡиғалары йыш була торған урындарға ҡуябыҙ. Һуңғыларының береһе генә лә тәүлегенә тиҙлек тәртибен боҙған 250 водителде асыҡлай. Ә “стационарҙар” иһә тағы ла күберәк. (Ошонан һуң хәүефһеҙлек хаҡында һүҙ йөрөт инде). Эйе, камералар — юлдарҙағы тиҙлекте контролдә тотоуҙа ҙур ярҙам. Уның ҡарауы, ҡаршы йүнәлешкә сығып киткән водителдәрҙе техника әлегә асыҡлай алмай, “хәүефһеҙлек ҡайышын” таҡҡан-таҡмағанды ла күрмәй, эскеселәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға автомобилдәр арта барған заманда 300 меңгә яҡын кеше йәшәгән ҡалала ни бары ике экипаждың ғына сафта булыуы һорауығыҙға үҙе үк яуаптыр.
Бөгөн юл хәүефһеҙлеген кешелә бала сағынан уҡ ҡанына һеңдерергә мәжбүрбеҙ – техника заманы шуны талап итә. Был йәһәттән белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Кескәйҙәргә светофор төҫтәрен аңлатһаҡ, ҙурҙарына юл фажиғәләренең сәбәптәрен сисәбеҙ. Ҡулдарына саҡ водитель танытмаһын алыусылар өсөн ҡат-ҡат әңгәмәләр ойошторола. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары – уң ҡулыбыҙ. Тик был тәңгәлдә хәл-ваҡиғалар ғәйбәт өсөн түгел, ғибрәт булараҡ таралһын ине. Юлда кеше хатаһында тәжрибә туплау отошлораҡ бит.
— Ә шулай ҡайһы берҙә ҡатмарлы хәлдәр булғылай. Мәҫәлән, үҙ машинаңда кемделер тиҙ генә дауаханаға илтергә тура килә, тик юлда тиҙлекте сикләүсе билдә тора. Был осраҡта ни ҡылырға һуң?
— Килешәм. Әммә сикләү ҙә бит осраҡлы ҡуйылмаған. Тимәк, хәүефһеҙлек бар, шуға ике ут араһында ҡалырға тура килә рулдә барыусыға. Был осраҡта ундай хәлгә тарыған водителдең юлында автоинспектор осрауы отошло. Сөнки беҙ ауыр мәлдә булыусыларҙы тәү ҡараштан аңларға тырышабыҙ, кәрәк булһа, дауаханаға йәки башҡа тейешле урынға оҙатып ҡуябыҙ.
— Мөнәсәбәт хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер күренеште һыҙыҡ өҫтөнә алмай булмай: юлыңда бер нисә саҡрым алдараҡ автоинспекторҙар торһа, ҡаршыға килеүсе водитель башҡаларға был хаҡта яҡтыртҡыстары ярҙамында иҫкәртә. Инспекция вәкиле булараҡ, ошо күренешкә ниндәй ҡараштаһығыҙ?
— Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ыңғай ҡараштамын, сөнки иҫкәртеү алғас та, водитель тиҙлеген кәметә, “хәүефһеҙлек ҡайыштарын” ҡапшай башлай, ә алдағы 15 метрҙа нимә көткәнен белеү мөмкин түгел.
Улай ғына ла түгел, “автоинспекторҙар дәүләт ҡаҙнаһына килем йыйырға сыға” тигән лаҡап йәшәһә лә, хәүефһеҙлек тәү сиратта водитель менән пассажирҙарҙың үҙҙәре өсөн кәрәк бит! Бер генә миҫал: нисәмә кеше “хәүефһеҙлек ҡайышын” эләктермәү арҡаһында һәләк була, махсус креслола ултырырға тейешле күпме бала бәрелеш мәлендә салондан сығып оса.
— Ысынлап та, юлдарҙа бигерәк тә сабыйҙарҙың вафаты үкенесле...
— Аварияла ҡорбандар булһа, һәр саҡ үҙем дә барырға тырышам. Бындай осраҡтарҙы күп күрһәм дә, ниндәйҙер кимәлдә психолог булһам да, ысынын әйтәм, кисереүе, ай-һай, еңел түгел. Бер ҡорбан менән күпме яҙмыш, күпме ваҡиға бәйле бит, күпме тормошҡа ашмаған хыялдар ҡала.
Эйе, тимер ҙә төҙәтелә, йәрәхәттәр ҙә уңала, тик бына ғүмерҙәрҙе генә кире ҡайтарып булмай. Кеше ғүмере бар хазинанан ҡиммәт!
— Һүҙҙе бер күренеш менән йомғаҡлағы килә: элегерәк “Стәрлетамаҡ – әҙәпле водителдәр ҡалаһы” тиҙәр ине. Бөгөн дә был хәҡиҡәткә таянырға мөмкинме?
— Ҡалала теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренең 53 проценты йәйәүлеләр йәки үткәүелдәргә бәйле. Тимәк, халыҡ һаман да водителдәрҙең ихтирамына өмөт итә, юл аша тейеш булмаған урында сығып барһа ла, машиналар, туҡтап, үткәреп ебәрер, тип уйлай. Ә ғәмәлдә хәл башҡасараҡ килеп сыға. Был йәһәттән үлемесле осраҡтар ҙа юҡ түгел. Тимәк, хәҡиҡәт тарихта ғына ҡалды. Атап әйткәндә, хәҙер тейешле урында сығып барғанда ла уяулыҡ талап ителә. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, йөрөгән юлдар ҡорбанһыҙ булһын!
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.