1 миллион 700 мең ватандашыбыҙ быйылғы Яңы йыл байрамын сит илдәрҙә үткәрә алмаясаҡ. Египет, Төркиә генә түгел, башҡа дәүләттәргә лә юл ябыҡ уларға. Быға һис тә һуңғы ай эсендә булған ваҡиғалар сәбәпсе тип уйламағыҙ.Оҙайлы ҡыштан йонсоған хәлле рәсәйҙәр, ғәҙәттә, Яңы йыл байрамы ваҡытына йылы илдәргә диңгеҙгә китә. Курортҡа юлламаны йәй көнө үк хәстәрләй башлайҙар. Һуңғы осорҙа һумдың осһоҙланыуы, сит ил валюталары курсының, киреһенсә, үҫеүе лә кәртә булмаған быға. Әммә был юлы күп кенә кеше дәүләт сиге аша сыға алмаясаҡ.
Сәбәбе ниҙәме? Бурыстарҙың йыйылыуында. Закон буйынса, 10 мең һум тейешһең икән, сит илгә барыу уйы менән хушлашырға тура килә. Быйыл түләнмәгән түләме булғандар һаны 41 процентҡа артҡан. Шулар араһында 45 проценты банктарға бурыслы. Бөгөн аҡса эшләгән һәр кеше кредит учреждениеларына уртаса 142 мең һумға яҡын ҡайтарырға тейеш. Һуңғы биш йылда был һан өс тапҡырға артҡан. Ә бит айлыҡ килемдең яртыһын ошо рәүешле биреп торғанда, иҡтисади тотороҡлоҡҡа хәүеф тыуа. Шунан башлана ла инде түләмде кисектереү йә бөтөнләй башҡармау.
Ә кире ҡайтарылмаған аҡса күләме артҡандан-арта. Дөйөм сумма бирелгән кредиттарҙың 7,98 процентын тәшкил итә, был былтырғыға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк. Башлыса быйылғы финанс ауырлыҡтары сәбәпсе икән быға.
Тәртип боҙоусыларҙың яртыһы дәүләткә йә элекке ғаиләләренә бурыслы. Уларҙың 35 проценты – алимент, 15-е торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йәки һалымын, штрафын түләмәй.
Ләкин сит илгә сығыуҙы тыйыу бигүк һөҙөмтәле сара түгел. Айырыуса бөгөнгө иҡтисади ауыр шарттарҙа. Өҫтәүенә террор янауы, хәрби низағтар арҡаһында сағыштырмаса осһоҙ Египетҡа юлламалар һатыу туҡтатылды, Төркиәгә лә барыу хәйерһеҙ. Ә Европа, көньяҡ-көнсығыш илдәренә сәйәхәт үтә ҡыйбат. Шуға күрә яңы закон проекты буйынса 2016 йылдың 15 ғинуарынан түләнмәгән бурыс өсөн водитель таныҡлығынан ваҡытлыса мәхрүм итәсәктәр. Был йоғонтоло сара булыр кеүек. Транспорт йөрөтөргә хоҡуҡлы түләмәүселәр һаны илдә дүрт миллион бит. Ишетеп-күреп тораһығыҙ: күп кенә ата-әсә алименттан ҡасып йөрөй, шөғөлө юҡлыҡҡа, эш хаҡы аҙ булғанына зарлана. Әммә шул уҡ ваҡытта машинала елдерә, бензинға ла, запас частарға ла аҡса таба. Ғәҙел түгел. Ләкин, ысынлап та, кисерерлек сәбәп тә тыуырға мөмкин. Ә 10 мең һум бурыс бик тиҙ йыйыла торған...
Ярай әле был алым банк кредиттары буйынса бирәсәктәре булғандарға ҡағылмай. Юғиһә банкирҙар шуны ла талап иткәйне.
Әйткәндәй, киләсәктә тыңлауһыҙҙарға башҡа төрлө ысулдар ҙа ҡулланыу ихтималы бар. Мәҫәлән, Белоруссияла бурысын түләмәгәндәргә Интернет, телефон бәйләнешен ҡулланыуҙы сикләйҙәр.
Ә башҡа дәүләттәрҙә нисек икән? Германияла, хәүефле енәйәтселәрҙән тыш, кемделер сит илгә сығармау мөмкин түгел. Был Конституцияла ҡаралған хоҡуҡты боҙоу тип һанала. Әлбиттә, артыҡ мөлкәте тартып алына, уттан, йылынан мәхрүм итәләр, әммә фатирынан ҡыумайҙар. Бөтөнләй аҡсаһы юҡ кешене тыныслыҡта ҡалдыралар. Тик ул башҡаса кредит һорай, банкта иҫәп аса, кеҫә телефоны бәйләнешенә килешеү төҙөй алмай. Ә бына алимент түләмәһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Административ штрафтарҙы түләмәй һуҙһа, төрмәгә лә ултыртырға мөмкиндәр.
Финляндияла ла шулай уҡ. Ләкин бында машина йөрөтөүселәр ныҡ ҡына ыҙалай. Түләнмәгән биш штрафы бар йәки транспорты, туҡталҡа ҡағиҙәләрен боҙоп, ике тәүлек шул урында тора икән, инспектор уның тәгәрмәстәренә блокада яһай. Штрафты түләмәйенсә, ысҡындырмай. Өҫтәүенә был ғәмәл өсөн 250 евроңды сығарып һалырға ла тура киләсәк. Түләүҙән оҙаҡ ҡасып йөрөгәндәрҙе төрмә көтә. Финляндияның холоҡ төҙәтеү учреждениеларында күпселек ошондай категорияға ҡараған енәйәтселәр ултыра ла инде.
Иң тәртиплеһе – япондар. Уларҙың менталитеты бурыслы булып йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Яманаты сығыуҙан, абруйы төшөүҙән уттан ҡурҡҡан кеүек шөрләй был халыҡ. Шуға закон боҙоусылар ҙа һирәк.
Беҙҙең илдә иһә ҡайһы берәүҙәр яуаплылыҡ тоя, ояла белмәй, ахыры. Иҡтисади хәле ауыр булғандар тураһында әйтмәйем. Юғиһә 1 миллион 700 мең кеше бурысын ҡаплар урынға сит илгә юллама һатып алмаҫ ине. Минеңсә, иң һәйбәте – түләмеңде түләргә лә тыныс йоҡларға. Илеңдә өйөңдәме йә иһә Египетта пляжда булһынмы...