“Һеҙгә һәр ваҡыт тәьҫирләнеп киләм”02.12.2015
Кисә Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуровтың беҙҙең республикала һайлау кампанияһын ойоштороусылар менән осрашыуы булды. Ул киләһе йыл сентябрҙә уҙғарыласаҡ сираттағы сараға әҙерлек барышы менән танышып йөрөй.
– Һеҙҙең республикаға мин һәр саҡ тәьҫирләнеп киләм, атайым ошо яҡтан булғанғамы икән, – тине Владимир Евгеньевич. – Былтыр сентябрҙә үткәрелгән Берҙәм тауыш биреү көнө барлыҡ рекордтарҙы уҙҙы: 200 меңдән ашыу кандидат күрһәтелде, шуларҙың 190 мең самаһы теркәү үтте, һайлау Рәсәйҙең 83 субъектында ойошторолдо. Киләһе йылғыһы улай уҡ киң ҡоласлы булмаясаҡ, ләкин яуаплылыҡ кәмемәй, сөнки беҙҙең һайлаусылар – уҡымышлы һәм хоҡуҡи яҡтан белемле халыҡ.
Алдағы көҙҙә, осрашыуҙа әйтеүҙәренсә, конкурентлыҡ бик көслө булмаҡсы. “Кандидаттарға яһалма кәртәләр ҡуйылырға тейеш түгел! Был ҡаты күҙәтеү аҫтына алынасаҡ,” – тип иҫкәртте Владимир Чуров. Финанс мөмкинлектәре сикләнеүгә ҡарамаҫтан, һайлау комиссияһы эшендә ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтенә түләү элекке кимәлдә ҡаласаҡ.
– Беҙ бер ҡасан да яуаплылыҡтан ҡурҡҡаныбыҙ юҡ һәм барлыҡ сараларҙы тейешле кимәлдә үткәреп торабыҙ, артабан да шулай буласаҡ, – тип ышандырҙы залда ултырыусыларҙы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Осрашыу аҙағында Владимир Чуров республикабыҙ райондары һәм ҡалаларынан килгән территориаль һәм участка һайлау комиссиялары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов ҡатнашты.