Тыуған көн – эшлекле шарттарҙа02.12.2015
Кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө кимәлдәге депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән бер рәттән, Берҙәм ҡабул итеү көнө сиктәрендә граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыу “Берҙәм Рәсәй” партияһының тыуған көнө уңайынан ойошторолдо һәм йола буйынса республиканың һәр ҡала-районында үтте. Парламент етәксеһе халыҡ менән скайп аша аралашты, шуға бәйләнешкә хатта алыҫ райондарҙа йәшәгәндәр ҙә сыҡты.
Парламентарийға Ишембай, Яңауыл, Учалы, Мәсетле, Бөрйән, Благовар, Стәрлетамаҡ райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, һорау биреүселәрҙең барыһы ла тәү сиратта ауылдаштарының мәнфәғәтен яҡланы, шуға проблемалар ҙа билдәле бер ерлеккә хас булды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ халҡын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү принцибы, башҡарылған эш акттарын халыҡҡа еткереү мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырһа, бөрйәндәр иһә бөрйән ҡортоноң киләсәге өсөн хафаланды.
– Тоҡомло бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына тәү сиратта төбәккә башҡа төрлө ҡорттарҙың индерелеүе сәбәпсе. Ундайҙарға районға бөтөнләй юлды ябыу яҡлыбыҙ. Был турала норматив документ ҡабул итһәгеҙ ине, – тине, бөрйәндәрҙең теләген еткереп, Рәмил Хәлиуллин.
Константин Толкачев был мәсьәләнең күптән көн ҡаҙағында булыуын, закон проекты әҙерләнеүе һәм яҙғы сессияла “Умартасылыҡ тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерәсәктәре хаҡында белдерҙе.
Мәсетле районынан шылтыратыусылар иһә кадрҙар мәсьәләһен күтәрҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре миҫалында ауыл еренә эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға ла гранттар ойоштороп булмаҫмы, тигән фекер еткерҙе улар. Ишембай халҡы алыҫ райондарға табиптарҙың килеүен, элекке кеүек айына бер-ике тапҡыр булһа ла урындарҙа ҡабул итеүҙәрен ойоштороуҙы һораны.
Ғөмүмән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә бындай осрашыуҙар йыш ойошторола. 2008 йылдан 2015 йылға саҡлы, мәҫәлән, 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Һорауҙар башлыса торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль өлкә, хоҡуҡ һаҡлау мәсьәләләренә ҡағыла.
Әйткәндәй, партияның тыуған көнө уңайынан кисә республиканың район-ҡалаларында “түңәрәк өҫтәл”дәр, матбуғат конференциялары, брифингтар ҙа ойошторолдо. Ә маҡсаты билдәле: бындай осрашыуҙар халыҡтың тын алышын тойоу, ғөмүмән, уларҙы борсоған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү һәм хәл итеү өсөн бик кәрәк.