Мәҙәни үҙәктәр ҙә, сауҙа йорттары ла02.12.2015
Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостандың сәнәғәт һәм туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһы уҙҙы.

Унда эшлекле даирә вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡытайҙың Рәсәй Федерация­һындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ли Хуэй сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
– Саммиттарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Өфө донъя кимәлендә танылыу яуланы, – тине илсе әфәнде. – Һуңғы йыл­дарҙа республиканың төрлө өлкәләрҙә Ҡытай менән хеҙмәт­тәшлеге киңәйә. Был – шатлыҡлы күренеш. Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы менән Волга буйы федераль округы тө­бәк­тәре хеҙмәттәшлегендә мөһим урын алып торған Башҡортос­тандың Ҡытай менән эшлекле бәйләнеше нығый. Әлеге ҡат­марлы үҙгәрештәр осоронда Ҡытай менән Рәсәй мөнәсәбәттәре үҙ тарихында иң уңышлы дәүерҙе кисерә.
– Беҙ, ысынлап та, эште бик әүҙем башланыҡ. Һуңғы ике айҙа республикабыҙ һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары берлектә ҙур саралар үткәрҙе, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тиҫтәнән ашыу проектты тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Улар иҫәбенә металлургия заводы, ауыл хужалығы сеймалы эш­кәртеү предприятиеһы төҙөү, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материал­дары етештереү кеүек ҙур саралар ҙа инә. Бынан тыш, Ҡытай эшҡыуарҙары беҙҙә мәҙәни үҙәктәр, сауҙа йорттары һалырға ниәтләй. Уйланылғандарҙың күбеһе киләһе йылда уҡ тормошҡа ашырыла башларына шигебеҙ юҡ.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнеры булған илдәр араһында бишенсе урынды биләй. Ҡытай менән республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме былтыр 685,1 миллион доллар тәшкил иткән. Әйткәндәй, был күләмдең 79 проценты экспортҡа тура килгән. Әле Ҡытайҙың Хэйлунцзян, Ляонин, Цзянси провинциялары хөкүмәттәре менән хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.




Вернуться назад