Дүрт аяҡлы эҙәрмән02.12.2015
Дәүләкән районында Эдгар ҡушаматлы эт полиция хеҙмәткәрҙәренә бурҙы табырға ярҙам иткән.
Урындағы фермер хужалыҡтарының береһендә келәттән ярты тонна иген урлағандар. Эҙәрмән эт тәртип һаҡсыларын бер ҡатындың йортона алып килә. Ул ашлыҡты кешенән һатып алыуы хаҡында белдерә.
Тәфтиш саралары барышында бурҙарҙың береһе ҡулға алына. Ул әлегә тиклем суд хөкөмөнә тарттырылған 21 йәшлек егет булып сыға. Асыҡланыуынса, дүрт ир келәткә инеп иген урлаған. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ашлыҡ хужаһына кире ҡайтарылған.