Ғаилә ҡороу менән йәштәр алдында һайлау мәсьәләһе тыуа: ҡайҙа йәшәргә, киләсәгең яҡшы булһын өсөн ниндәй өлкәлә тир түгергә? Ирина менән Дамир Хафизовтар күп уйлап тормай Себер тарафтарына юллана.Муравленко ҡалаһына барып урынлашыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона улар. Фатир алыу өсөн дәүләт программаһында ҡатнашыу маҡсатында урындағы хакимиәткә документтар ҙа тапшыралар. Йылдар үтә тора, ғаиләне байытып, ике бала донъяға килә. Бер мәл Ирина үҙ эшен асып ебәрә – торлаҡ алыу-һатыу, тапшырыу өлкәһендә кешеләргә ярҙам күрһәтә. Тик шул саҡ ҡатын иренең дә күңеленә эшҡыуарлыҡҡа орлоҡ һалғанын күҙ алдына килтергәнме икән – бер көн матур ғына эш хаҡы алып йөрөгән Дамир Башҡортостанға, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡҡа ҡайтып, бизнес менән шөғөлләнергә була. Ә ниңә баҙнат итмәҫкә ти – хаҡлы ялға биш йылға алдан сығыр өсөн “Себер стажы” әҙер, яңы шөғөлдө башлап ебәрергә капитал да бар. Шулай итеп, әйтелгән – эшләнгән: пластик тәҙрәләр, тимер ҡоймалар ҡуйырға, өй башын тимер менән ябыу хеҙмәте күрһәтергә хыялланған Дамир тыуған яғына юл тота.
Әммә теләк һәм аҡса барлыҡ юлдар асыҡ тигәнде аңлатмай әле. Ҡыйынлыҡтар сығып ҡына тора. Мәҫәлән, материалды осһоҙораҡ хаҡҡа алыу өсөн күпме йүгерергә тура килгәнен бер Хоҙай ғына белә. Бынан тыш, кадрҙар мәсьәләһе аҡһай шул беҙҙә.
— Йәй көнө өс бригада булып китә. Кем өй башы яба, кем ҡойманы ҡойоп ҡуя тигәндәй. Тик ҡайһы бер егеттәр арҡаһында клиенттар алдында ҡыҙарырға ла тура килә – эскелеккә баш була алмағандар осрай, – тип әсенә булдыҡлы егет. – Эш хаҡын да түләйем, кәрәк саҡта ял да алалар, әммә тәртип боҙола ла китә. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыл егеттәре менән генә эшләйем, нисек тә булһа үҙем һымаҡ ябай кеше араһынан сыҡҡандарға ярҙам итергә тырышам, ә бына нимә килеп сыға...
Хәйер, таянырҙай, эште еренә еткерерҙәй егеттәре лә бар Дамирҙың – тиҫтәнән ашыу эшсе араһында ла уңғандар табылмағас, нисек итеп эшҡыуарлыҡты алға һөрөргә булыр ине?!
Эх, ҡыйынлыҡтар шуның менән генә бөтһә икән. Бөгөн эшҡыуарҙың ҡатыны бер балаһы менән, йәнә шул фатир мәсьәләһе һаман да хәл ителмәгәнлектән, Себерҙә йәшәүен дауам итә, улы Ишембайҙа уҡый. Икенсе төрлө әйткәндә, ғаиләһе менән яратҡан шөғөлө араһында өҙгөләнә егет – быныһы инде ысын мәғәнәһендә һынау! Хәйер, уңышҡа һынауҙар аша барырға тура килә шул.
Уңыш тигәндән, Дамирҙың хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә бизнес башлауына инде өсөнсө йыл.
– Артабан да бергә эшләрлек егеттәр бар, ике генә булһа ла махсус техника тотам, табыш килә, артабан да үҫешергә ине, – тип булдыҡлы егет пландары менән дә уртаҡлаша. Дамир күптән түгел шиналар нығытыу һәм алмаштырыу цехы асты. Бына бит нисек, бер шөғөл менән генә сикләнмәгәс, бер урында ултырмағас, яйы сығып тора. Уңыштан башҡа тағы ни теләргә ҡала инде бындай егеттәребеҙгә!