Шау-шыуы күп, ә эше?01.12.2015
Шау-шыуы күп, ә эше? Сит илдекен алмаштырырлыҡ аҙыҡ-түлек етерлек,
тик йыйыу, һаҡлау һәм һатыу насар ойошторолған


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткәрелгән кәңәшмәләге сығыштарҙан һуң шундай һығымтаға килергә мөмкин. Был сараны республика парламентында аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде мәғлүмәт-аналитик яҡтан күҙәтеү өсөн ойошторолған эш төркөмө үткәрҙе. Ни өсөн депутаттар унан һуң төшөнкө кәйеф менән таралышты?


– Беҙҙең бурыс урындағы тауар етештереүселәрҙе яҡлауға, импортты алмаштырырға ярҙам итеүгә, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар һатыусы кибеттәр селтәрен киңәйтеүгә, тото­нолған ҡаҙна аҡсаһының йоғонтоло файҙаланылыуына өлгәшеүгә ҡайтып ҡала, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе, эш төркөмө етәк­сеһе Рәшит Хәйруллин, кәңәшмәне асып.
Был йүнәлештә ошо эш төркөмө, төрлө тәҡдимдәр әҙерләп, быйыл 22 июндә республика Хөкүмәтенә хат та ебәргән. Уларҙы тормошҡа ашырыу, тәбиғи, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бурысы. Тәҡдим­дәрҙең нисек үтәлеүе тураһында депутаттар һәм белгестәр алдында министр урынбаҫары Юрий Лысов һөйләне. Уның сығышы һандарға бай ине: республика мохтаж булған һигеҙ йәшелсә һаҡлағыстың дүртеһе проектлана, халыҡтан быйыл 84 мең тонна һөт һатып алынған (16 ноябргә ҡарата), бөтәһе 54 ваҡлап һатыу баҙары эшләй, һәм унда 10 меңдән ашыу сауҙа урыны бар, шул иҫәптән ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн – 5 меңдән артығыраҡ. Быйыл Министрлыҡ аграр эшмәкәрлек менән ҡыҙыҡһыныусыларға кәңәштәр һәм мәғлүмәт биреү өсөн 80 сара ойошторған...
Министр урынбаҫары сығыш яһап бөткәс тә, бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Эйе, Ауыл хужалығы министр­лығының эш күләме ҙур һәм күп тармаҡлы... Аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырыу, импортты алмаштырыу буйынса күпмелер эш башҡарыла... Ләкин отчет – ул фәҡәт отчет, уны көн буйы тыңларға ла мөмкин. Ә һынылыш бармы был тәңгәлдә? Баҙарҙы яулай алмаусы артабан кире сигенеүгә, йәғни ошо майҙандан ҡыҫырыҡлап сығарылыуға мәжбүр... Физика дәреслеге буйынса беҙ күләмдең сифатҡа күсеү законын беләбеҙ...
– Бына һеҙ, 2020 йылға төп аҙыҡ-түлек төрҙәре менән үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеү 85 процентҡа етәсәк, тип раҫлайһығыҙ. Бик оҙаҡ бит әле! – тине депутат Рәмил Хәкимов. – Уға хәтлем нимә генә булмауы мөмкин... Бына әле беҙ төрлөсә план ҡороп ултырған булабыҙ, ләкин уларҙың ба­рыһы ла бөгөнгөгә ҡарап фекер­ләнә, ә киләһе йыл хәл нисек булырын күҙалламайһығыҙ.
Юрий Александрович иңба­шын ғына һелкетеп ҡуйҙы. Ки­ләсәкте белеп торорға ул күрәҙәсе түгел бит... Хәйер, бай­таҡ нәмәнең эшләнеп етке­релмәүе әле үк асыҡ күренә: дүрт йәшелсә һаҡлағыстың ихтыяждың яртыһын ғына тәьмин итәсәге, мәҫәлән, бөгөн үк билдәле, тимәк, артабанғы йылдарҙа хәл ҡырҡыулашасаҡ. Бер көн артта ҡалһаң, бер айҙа ла ҡыуып етә алмаҫһың. Һәр нәмә аҡсаға барып тоташа – йәшелсә һаҡлағыстарҙы етерлек төҙөү өсөн тәүҙә финанслау мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Тик аҡсаны бит ҡаҙна ойошмалары түгел, ә етештереүселәр бирә! Әйтәйек, шул уҡ ауыл хужалығы предприятиелары. Улар табыштан һалым түләп тормаһа, йәшелсә һаҡлағысты нимә иҫәбенә төҙөһөндәр? Тик бына табышы... Был тәңгәлдә Рәшит Хәйруллиндың ошо кәңәшмәлә әйткән һүҙҙәре кинәйәле яңғыраны:
– Депутаттарҙан торған эш төр­көмө, Өфөләге баҙарҙарҙа йөрөп, хаҡтарҙы һәм дөйөм хәлде тикшереп сыҡты. Үҙәк баҙарҙа миңә фермерҙар өсөн бүленгән дүрт урынды күрһәттеләр. Бөтә ҙур баҙарға – дүрт кенә урын! Уларында ла беҙҙең яҡ кешеләренә оҡшамаған һатыусылар ҡайнаша ине...
Ауыл халҡынан һөт йыйыу эше лә, күпме һөйләһәк һәм яҙһаҡ та, һа­ман да тейешенсә яйға һалынмаған. Рәшит Хөснулла улы раҫлауынса, ярҙамсы хужалыҡтарҙа һөт бик күп етештерелә, тик уның ҙур өлөшө ҡулланыусыларға барып етмәй. Ошо ыңғайы ул Ульяновск өлкәһе тәж­рибәһен миҫалға килтерҙе: унда үҙ хужалығында аҙыҡ-түлек етеш­тереү­селәр ҙур заводтарҙың эшселәре өсөн “проходной” эргәһендә үк таҙа продукция һатыуҙы ойоштора икән. Һәм уларҙы берәү ҙә ҡыумай! Һөт эшкәртеү мини-заводтары һаны буйынса ла беҙҙең төбәк артта ҡала. Башҡа яҡтарҙа уларҙы район үҙәктәрендә һәм ҙур ауылдарҙа ҡороп ҡуйыу отошло алым тип һанала икән. Әйткәндәй, бындай бәләкәй етеш­тереү ҡеүәттәре өсөн ҡорамалдарҙы беҙгә яҡын ғына – Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында – эшләйҙәр.
Шуныһы ғәжәп: ауыл халҡы һөттөң байтаҡ өлөшөн ҡайҙа итергә белмәй аптырағанда, эре һөт эшкәртеү предприятиелары сеймал етешмәүҙән интегә! Крәҫтиән бер феләк һөтөн республиканың икенсе яҡ башына алып барып йөрөмәҫ бит инде, был юл сығымынан башҡа бер нәмә лә бирмәйәсәк, ә яҡында ғына булырға тейешле мини-заводтар юҡ дәрә­жәһендә. Кем ойошторор был эште?
Кәңәшмәлә Белгород өлкә­һенең тәжрибәһен дә иҫкә алдылар. Ундағы ҡалаларҙа таҡтанан ғына эшләнгән бәләкәй кибеттәр күп икән. Һәр береһен аҙыҡ-түлек менән ике-өс крәҫтиән ғаиләһе даими тәьмин итеп тора. Ауыл кешеһе өсөн дә килем сығанағы асыла, ҡала халҡына ла экологик яҡтан таҙа ризыҡ алыу мөмкинлеге тыуа. Был урында төҙөлөш башлана ҡалһа, еңел кибетте башҡа урынға күсереп ултыртыу бер ни ҙә түгел, тиҙәр.
Ә ни өсөн беҙҙә ошоға оҡшаш бүтән тәжрибә ҡулланылмай? Министр­лыҡ вәкиле был һорауға яуап бирә алманы. Күрәһең, бында ла тотош йәмәғәтселектең әүҙемлеге кәрәктер. Ә хәҙергә...
Кәңәшмә алдынан ғына Ауыл хужалығы министрлығының бер белгесе менән буфетта осраш­тыҡ. Мин унан һорай ҡуйҙым: “Ярҙамсы хужа­лыҡтарҙа күпме уңыш йыйып алын­ғанын нисек иҫәпләп сығаралар? Һәр ауылға барып, бөтөн ихаталар буйлап йө­рөп сығырға күпме кеше һәм ваҡыт кәрәк... Уңыш та төрлө ваҡытта йыйыла бит әле. Бына мин, мәҫәлән, хосуси йортта йә­шәйем, ерем бар, быйыл көҙ күпме бәрәңге йыйып алғанымды нисек белә алалар һуң?” Ул минең нисә сутыйға сәсе­үемде һораны ла, беҙҙең төбәктәге уртаса уңыш кимәленән сығып, күпме продукцияға эйә булыуымды иҫәпләп тә сығарҙы. “Анһат ысул икән, тик мин быйыл яҙ бәрәңге сәсмәнем бит әле, көҙ ул уңыш ҡайҙан килеп сыҡты икән һуң?” – тинем. Шулай ҙа Ауыл хужалығы министрлығы йәки статистика идаралығы биргән һандарға ышанмай ҙа булдыра алмайбыҙ. Бүтәнен ҡайҙан алаһың...
Олораҡ быуын хәтерләйҙер: үткән быуаттың 80-се йылдарында “СССР-ҙың аҙыҡ-түлек про­граммаһы” тигән үтә ҙур һәм әһәмиәтле документ ҡабул ителгәйне, ул кибеттәрҙә көсәйә барған ҡытлыҡты бер һелтәүҙә юҡҡа сығарыу маҡсатын ҡуйҙы. Матбуғат биттәрендә, телевидение менән радио тапшырыу­ҙа­рында ошо программаны тик­шермәгән, аҡыллы кәңәш­тәрен бирмәгән ғалим һәм дәүләт эшмәкәре ҡалманы ла, ахырыһы. Тик был изге маҡсатҡа ынтылыш йәһәтенән һынылыш булманы, хатта төҫмөрләнмәне лә. Бер авторҙың фекере иҫтә ҡалған: “Бәлки, баҙарҙа һатып торған крәҫтиән янына килеп: “Һин беҙҙе ит менән күмеп ташлаһын өсөн ниндәй закондар ҡабул итергә тейешбеҙ?” — тип һорарға кәрәктер?” Әммә партия баҙар “торгаш”тары менән әңгәмә ҡороп тороу дәрәжәһенә төшмәне. Күрәһең, әле лә ит-һөт етештереүсе ауыл кешеһе янына барып етә алмайбыҙ...



Вернуться назад