Власть халыҡҡа яҡын булһын01.12.2015
Виктор Пчелинцев, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты рәйесе:
— Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтә, был яуызлыҡты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә еңеп сығыу зарурлығын билдәләй. Төбәк башлығының былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә властың халыҡҡа яҡын булырға тейешлеге әйтелгәйне. Кешеләр менән аралашҡанда чиновниктарҙың урлашыуы һәм ришүәт алыуы тураһында һорауҙар ярайһы уҡ йыш яңғырай. “Был өлкәлә ҡасан тәртип булыр?” тип һорайҙар. Беҙ, закон сығарыусылар, ошо йүнәлештә ныҡлап эшләргә, яуаплылыҡты көсәйтергә тейешбеҙ. Ҡасандыр коррупцияға юл ҡуйған кешегә власть структураһына юл ябылырға тейеш. Был йәһәттән кадрҙар сәйәсәте ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн республикаға йоғонтоло резерв кәрәк. Айырыуса ауыл ерендә кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә.
Рузалия Хисмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе:
— Төбәк Хөкүмәте алдына тәү сиратта республикаға инвестиция, федераль гранттар, дотациялар, субсидиялар һәм субвенциялар йәлеп итеү бурысы ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы бюджет хаҡында ла һүҙ алып барҙы. Әле ҡаҙнаның килем өлөшөн арттырыу йәһәтенән эште көсәйтеү шарт. Бюджет аҡсаһын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге лә әһәмиәтен юғалтмай. Өҫтәмә килем йәлеп итеү зарурлығы ла бар. Республика Башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә, ғөмүмән, төп урынды иҡтисад мәсьәләләре биләй.