Спорт һәм хеҙмәт сыныҡтыра01.12.2015
Иглин районына эш сәфәре барышында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттың етештереү һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.
Иглин ауылында республика етәксеһе балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе нигеҙендә асылған ГТО тестары үткәреү үҙәгендәге спорт залын һәм бассейнды ҡараны, нормативтарҙы үтәүгә әҙерлек шарттарын баһаланы. Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе әйтеүенсә, спорт-һауыҡтырыу комплексына кеше бик күп йөрөй.
Президент комплексҡа барғанда 12—15 йәшлек үҫмерҙәр ГТО нормаларын тапшыра ине. Уларҙың берәүһе 2,5 метр арауыҡҡа һикереп рекорд ҡуйҙы. Төбәк Башлығы балалар менән аралашты, уларға уҡыуҙа һәм спортта уңыштар теләне.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов “Энергетик” заводының эше менән дә танышты. Предприятие директоры Рәмил Әхтәриев әйтеүенсә, “Энергетик” түбән һәм юғары вольтлы ҡорамалдар етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Әле бында йөҙгә яҡын кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы — айына 20 мең һум. Республика Башлығы хеҙмәткәрҙәр менән аралашты, эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, предприятиеға уңышлы үҫеш теләне.