.
..улар ҙа яҡлауға мохтажТоратауҙың башында ел, томан, буран ине... Ирекһеҙҙән Мостай Кәримдең шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын...
Торатауҙың ҡөҙрәтенә сираттағы тапҡыр инанам. Был ер һуңғы көндәрҙә Башҡортостан халҡын — милләтенә, һөнәренә, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан — бергә туплаусы уртаҡ идеяға әйләнде. Әләмдәрҙең дә, әҙәмдәрҙең дә төрлөһө... Сәйәси хәрәкәттәр, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, параплансылар, студенттар, ҡала кешеләре, ауыл халҡы, уҡытыусылар, эшселәр, эшҡыуарҙар, журналистар, ҡарты, йәше, бала-сағаһы... Уларҙың барыһын да бында уртаҡ маҡсат, теләк, ниәт йыйған — Торатауҙы һаҡлап ҡалыу... Киләсәк быуынға донъяуи тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған, башҡорт халҡы өсөн рухи ҡәғбә булған мөһабәт тау ҡалдырырбыҙмы, әллә уның урынында бысраҡ һыу менән тулған тәрән соҡормо? Үҙебеҙгә бәйле... Үҙебеҙгә!
Торатау өсөн көрәш үҙенең финиш һыҙығына етте, ахырыһы. Һөҙөмтә тик бер генә нәмәгә бәйле буласаҡ — халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлегенә. Изге тауҙы сеймал сығанағы тип кенә күргән заман байҙарының матди һәм административ ресурстарына бары берҙәмлек, теләктәшлек кенә ҡаршы тора аласаҡ. Шуныһы мөһим: бер кем дә, бер ерҙә лә заводты яптырыу тураһында бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Бары тик ҡануниәткә ярашлы, Торатауға альтернатив сығанаҡ табыу хаҡында уйланырға, һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк.
Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын...
Улар ҙа ҡайһы саҡта яҡлауға мохтаж.
Рөстәм МӘРҘӘНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте
Премьер-
министры:— Был проблема беҙгә яҡшы таныш. Бөгөн сода компанияһы менән республика Хөкүмәте тарафынан, ҡануниәткә ярашлы, альтернатив юлдар эҙләнә. Әлбиттә, сәнәғәтте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе лә көнүҙәк. Ни тиһәң дә, Хөкүмәт әлеге предприятиеның акционеры булып һанала һәм компанияның тотороҡло эшләүе республика мәнфәғәттәренә тура килә. Шуға ла һәр ҡарарҙың, һәр фекерҙең төптән уйланылыуы, иҡтисади һәм экологик факторҙарға, халыҡтың ҡарашына таянып хәл ителеүе мөһим.
Руфина ШАҺАПОВА, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары:— Бындай акциялар тәү сиратта башҡорт шихандарының, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, яҡлаулы һәм һаҡлаулы булыуына асыҡ дәлил. Ҡышҡы һалҡында булһа ла, беҙ тауҙың үҙенсәлегенә тағы бер тапҡыр инанырға, артабанғы эшмәкәрлегебеҙ буйынса фекер алышырға теләнек. Бөгөнгө сәйәхәт — эске туризмдың үҫешенә лә бер керем. Акцияла ҡатнашырға 150-нән ашыу кешенең теләк белдереүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Торатауҙы тыуған ерен яратҡан, уның үткәнен ихтирам иткән, киләсәген ҡайғыртҡан кеше булараҡ баһаларға ваҡыт.
Вячеслав АБРОЩЕНКО, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары:— Беҙҙең фекер бер: Торатау ҡағылғыһыҙ! Ҡарағыҙ, был тау өс сәнәғәт ҡалаһын бәйләп тора. Шул өс ҡаланың уртаҡ туристик маршруты ошонда илтә. Ябайлаштырып әйткәндә, микромаршрут. Совет осоронда бындай сәйәхәттәрҙе ял көндәре маршруты тип тә атайҙар ине.
Сергей ЗАХАРОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “АэроСтар” аэроклубы етәксеһе:— Ҡасандыр бында бөркөттәр генә оялаһа, хәҙер уларға беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Һәр ялыбыҙ ошонда үтә. Был тау йылдың бар миҙгелендә лә, тәүлектең төрлө мәлендә лә осорға мөмкинлек бирә. Әле беҙҙең сафтар көндән-көн арта.