Ят ҡоҙағый01.12.2015
Ят ҡоҙағый Иртәнге мәлдә, бөтмәҫ мәшә­ҡәт­тән бер аҙ арынғас, Йәннәт алыҫтағы тауҙарға ҡарап торорға ярата. Улар, күкһел томанға төрө­нөп, үҙ баһаһын белгәндәй, ғорур ғына күкрәк киреп тора. Кавказға оҡшамаһа ла, тау барыбер тау инде. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала түгел.
Ҡаҙағстанда тыуһа ла, Йәннәттең күңеле гел генә Чечнялағы бейек ҡаяларға, тауҙарҙан ярһып, ашҡы­нып аҡҡан саф һыулы йылғаларға тартылды. Унда – ата-бабалар төйәге. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Сталин әмере менән үҙ ерҙәренән һөрөлгән ғорур тау халҡы башлыса Ҡаҙағстанда төпләнде. Йәнәһе, фашистарға хеҙмәт иткән­дәр. Һатлыҡйәндәр башҡа халыҡта ла булғандыр, тик ниңә һуң бер нисә тиҫтә йәки йөҙ кеше өсөн бөтөн милләт ыҙа сигергә тейеш ине?! Нисә быуын ҡара тирен түккән, ғүмерен дә аямай яҡлаған, һаҡлаған ғәзиз ерҙе ни хәл ташлап китә алғандарҙыр? Нисек йөрәктәре ярылмағандыр?
Мал ташый торған вагондарҙа меңәр саҡрымдар үтеп, аслыҡтан шешенеп, өшөп-туңып, илдән ҡы­уыу­сыларҙы эстән ҡарғап, дала еренә килеп етәләр. Би­ге­рәк тә үҙ еренән айырылыу һағышы бауырҙы өҙә, бәғерҙе телгеләй. Ошо хәсрәт­ ле көндәр тураһында, инде тиҫ­тәләрсә йыл үтһә лә, күҙҙәрендә зәһәр осҡон ҡабыҙып һөйләр ине өләсәһе.
– Инде һеҙгә, балаларығыҙға ошондай ғазаптар насип булмаһын! — тип йыш ҡабатлай торғайны мәрхүмә.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Йәннәт буй еткереп, үҙ парын табып, оя ҡорҙо. Йәшәгән еренә лә өйрәнгән, дуҫтары ла байтаҡ. Тик Сөләймәненең чечен еренә ҡайтыу тураһында һөйләмәгән көнө булдымы икән?
– Беләһеңме, унда ниндәй бейек тауҙар! Ә үләне ниндәй һутлы! Һауаһы һуң — һыу урынына эсерлек! Унда беҙҙең өләсәйҙәр хуш еҫле, тәмле сыр әҙерләгән…
– Сыр, тиһең инде. Ниңә, мин әҙер­ләгәне оҡшамаймы ни? Мин дә өләсәйем өйрәткәнсә эшләйем дәһә…
– Юҡ, ҡара ҡарлуғасым, ҡул­да­рың алтын һинең. Буй-һының да кипаристай. Ысын тау гүзәле минең ҡатыным, — тип асылып китә ғәҙәттә һүҙгә һаран ире.
– Шулай булғас…
– Беҙҙең яҡтың үләне лә икенсе шул. Шуғалыр ҙа һөтө лә тәмлерәк, сыр ҙа бындағылай түгел, вәт!
Шунда үҫкән тиерһең. Ата-баба­ларынан ишетеп кенә белә ул тау­ҙар илен. Ҡан хәтере тарта торғандыр.
Бер-бер артлы өс бала тыуып, улар бер аҙ аяҡҡа баҫыуға, тыуған ергә ҡайтырға булдылар. Илдә лә үҙгәрештәр башланғайны.
— Исмаһам, һөйәгебеҙ ата-баба ерендә ятһын. Ә бында ерләнгәндәр рәнйемәҫ, моғайын. Барыбер теге донъяла бергә булырбыҙ. Вата­ны­быҙға ҡайтып, аҙ ғына йәшәһәк тә, үкенмәҫ инек, — тип инде ҡартайған ата-әсәһе лә ашығып юлға йыйынды.
Тыуып үҫкән ерен һағынып, ғүме­ре буйы ҡара күҙҙәренең төпкө­лөн­дә тәрән күлдәй һағыш һаҡлаған өләсәһе күптән баҡый­лыҡҡа күс­кәй­не. Тыныс ятамы икән, бахыр­ҡай?! Исмаһам, йәне йәннәттә булһын.
Инде нисә тиҫтә йыл буйы тамыр ебәргән ерҙән еңел генә сығып китеп булманы. Йорт-мөлкәтте, мал-тыуарҙы һатыу менән байтаҡ мәшәҡәтләнделәр. Уларҙы ҡаҙаҡ­тар, форсаттан файҙаланып, бик осһоҙға ғына алды, оҙаҡ һатыу­лашып аҙапланманылар. Ҡалған ваҡ-төйәкте чечен ғаиләләренә тараттылар.
Сит төйәктә бер туғандай йә­шәнеләр бит. Ошо берҙәмлек күпме бәләнән ҡотҡарҙы, ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итте. Хушлашҡанда илай-илай оҙат­тылар.
— Имен генә ҡайтып етегеҙ. Урын­лаш­ҡас та, хәбәр ебәрегеҙ. Бәлки, беҙ ҙә юлланырбыҙ, — тинеләр күҙ йәш­тәрен йәшер­мәйенсә милләттәштәре. Нисәмә йыл йыйған мал-мөлкәтеңде ташлап китеүе еңел түгел шул. Бигерәк тә һыйырҙарын һатҡанда үҙәктәре өҙөлдө. Һөт биреп, тәғәмле иткән һәүкәштәрен сит кеше алып киткәс, малҡайҙың мөңрәүен ишетеп, Йәннәт түгелеп иланы. Күҙеңә мөлдөрәп ҡарап: “Ниңә мине ят ҡулға ҡалдыраһың?” — тигәндәй торғанын нисек онотаһың?
Алыҫ юлға сығыусыларҙың күңеле һис тә тыныс түгел ине. Ниҙәр көтә алда, нисек ҡаршылар тыуған яҡ? Берәү ҙә унда ҡолас йәйеп ҡабул итергә тормайҙыр.
***
Тыуған ерҙең һауаһы ла бө­төнләй икенсе шул! Өҫтөңә тауҙар ауырға торһа ла, ҡаҙаҡ дала­һын­дағылай иркенлек, киңлек булмаһа ла, һулыш алыуҙары, хатта ергә баҫыуҙары бөтөнләй башҡа. Кәү­ҙәләр турайып, аҙымдар ышаныслы, ныҡлы булып китте кеүек. Тотҡонлоҡтан ысҡынғандай, шат­лыҡтан байтаҡ иҫереп йөрөнөләр. Бер аҙҙан бығаса йәшәгән ерҙәрен һағындылар, унда ҡалған туған­дарын иҫкә алдылар.
Яйлап ҡына тормош яйға һа­лынды. Милләттәштәре торлағын да тапты, кәрәкле мөлкәтен дә хәстәрләне. Бер-береңә ярҙам итеү чечендарҙың ҡанына һеңгән. Бик дуҫ, татыу халыҡ, шуға ла биреш­мәйҙәр.
— Әлдә ҡайттыҡ үҙ еребеҙгә, килмешәк булып йәшәгәнсе, — тине Сөләймән, ҡыуанысын йәшермәй. Балалары ла йәштәштәре менән тиҙ дуҫлашты. Телде улар бәләкәйҙән белә. Нисек туған телеңде онотаһың?!
Ире нефть сығарыу эшенә урынлашҡас, ғаилә иркен тын алды. Бер йыл йәшәгәс, Әлихандары тыуҙы. Дүртенсе ул. Шатлығы Кавказ тауҙарына ашҡан Сөләймән туғандарын, ауылдаштарын исем туйына йыйҙы. Ошондай ҙур ҡыуаныс килгәндә, һуңғы тәкәңде лә сарыф итерһең! Күңеле киң Кавказ халҡының. Бар тирәне бер итеп байрам яһанылар.
Бер аҙҙан ҙур ғаилә ике ҡатлы таш йорт һалып инде. Күп итеп һарыҡ аҫрайҙар, ә ҡулы оҫта Йәннәт йылы башалтайҙар, бейәләй, башлыҡтар бәйләй, буркалар тегә. Ҡаҙағстандан алып ҡайтҡан берҙән-бер мөлкәт — теген машинаһы — өйҙөң түренә ҡунаҡланы. Кис етеп, тирә-яҡ һил булғас, хужабикәһен көтөп ала ул һәм, келтер-көлтөр килеп, төн уртаһы еткәнсә “йырлай”. Промысланан арып ҡайтҡан Сөләймән, йыш ҡына ҡатынын көтөп ала алмайынса, йоҡлап китә. Аңлап тора Йәннәтен: күп балалы ғаиләне нисек бөтәйтәһең дә тамағын нисек туйҙыраһың?
Инде ата-бабалар илендә нығынып, күңел дә тынысланғайны. Тормош та, көйлө теген машинаһы кеүек, текелдәп кенә яйлы барыр кеүек ине. Көтөп алған ҡыҙҙары Зарема тәпәй баҫып, алпан-толпан йөрөгән саҡ. Ағайҙары ҡурсаҡтай һеңлеһенән күҙ яҙлыҡтырмай, тын алған һайын ҡурсалап тора.
— Тау гөлө, аҫылташ, зөбәр­жәт… — тағы әллә күпме матур исемдәр менән өндәшәләр бә­ләкәйгә.
Был ваҡыт оло улдары Арсен промыслала атаһының ярҙамсыһы булып йөрөй ине. Оҙон буйлы матур егет булып үҫеп килә. Күҙ генә теймәһен!



(Дауамы бар).


Вернуться назад