Ҡышты көмөш ҡыңғырауҙар менән биҙәй01.12.2015
Ҡышты көмөш ҡыңғырауҙар менән биҙәй Декабрь – боронғо Рим телендә “унынсы” тигән һүҙ (Deсember). Беҙҙең эраға тиклемге VIII быуатта ул 30 көндән торған һәм Рим батшаһы Нума Помпилийҙың реформаһына ярашлы, VII быуат аҙағында тағы ла бер көн өҫтәлгән.

Башҡа халыҡтарҙа айҙың исеме төрлөсә бирелә. Улар күп ваҡытта һауа торошона бәйләнгән, ай эсен­дә­ге ҡайһы бер ваҡиғаларҙы ла са­ғыл­дыра: белорустарҙа – снежень, урыҫтарҙа – студень, хмурень, ветровий, стужайло, зимник, чехтарҙа – волчий, япондарҙа – сивасу (эш­тәр бөтөү айы), хорваттарҙа һәм серб­тарҙа – просинец (аяҙ һалҡын көн­дәр айы) һ.б. Ҡыштың беренсе айы булғанлыҡтан, уға иғтибар ҙа көс­лө. Ысынлап та, күп кенә күре­неш­тәр һәм һынамыштар үҙен аҡлай:
=декабрь ер өҫтөн туңдыра;
=декабрь күпер һала, ҡаҙаҡ ҡаға, санаға юл һала;
=декабрь күҙҙе ҡамаштыра һәм ҡолаҡты семетә;
=декабрь ҡаҙаҡһыҙ йөрөмәй;
=декабрь ҡышты көмөш ҡың­ғырауҙар тауышы менән биҙәй;
=һыу декабрҙә төнөн туңа;
=декабрҙә ҡояш йәйгә, ә ҡыш һыуыҡҡа борола һ.б;
=ҡыш артында яҙ тора.
Шун­лыҡ­тан декабрҙәге ҡайһы бер күҙәтеүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә:
=ҡар туң ергә ятһа, ужым уңыр;
=декабрь – ҡара ерҙең иң йылы туны;
=декабрь елдәре яман – ҡар тунды аса, ерҙе өшөтә;
=туңмаған ер икмәкте кәметә;
=ҡоро (ҡарһыҙ) декабрь ҡоро яҙ килтерә;
=декабрҙә сәүкәләр сырылдаш­һа, ҡыш йылы һәм буранлы була.
Ай төрлө байрамдарға бай. Көн һайын тиерлек ниндәйҙер ырымдар ишетергә һәм күрергә тура килә:
1 декабрь һыуыҡ һәм елһеҙ булһа, ҡар яландарҙа тигеҙ ятыр. Ҡарлы ямғыр ужымдарҙы һәләкәткә килтерер. Был — Платон менән Роман көндәре. Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш биләмәләрендә ошо көн бөтә ҡышты һүрәтләй һәм Масленица байрамына әҙерләнеүҙең төп шарттарына ишара яһай.
3 декабрь ҡар оҙаҡ һәм ябалаҡлап яуһа, ужым арышы уңыр. Ошо ҡарҙан һуң көндәр йылытһа, вағыраҡ ҡыр хайуандарына зыян килер. Был күҙаллау ҡар өҫтөндә беренсе боҙлоҡтар барлыҡҡа килеүе менән аңлатыла, сөнки ҡаты ҡар һәм боҙ хайуандарҙың аяҡтарын киҫә, ҡар аҫтында ҡалған үләнде ашауҙы ҡыйынлаштыра.
4 декабрь – ҡыш осорона инеш һүҙ. Ошо көнгә тиклем һыу ятҡы­лыҡ­тарында боҙ ҡалынайһа, ҡыш уртаса һыуыҡлыҡта була, боҙ иреүе күҙәтелһә, ҡыш аҡман-тоҡмандарға бай, һәм улар хатта яҙҙың тәүге өлөшөндә лә булыуы ихтимал.
5 декабрь юлдарҙа ҡар өйөмдәре, көрттәр барлыҡҡа килә, сана юлдары һалына.
7 декабрь – сана байрамы. Был көндә санала уҙыштар ойошторола. Егелгән саналарҙа ат сабыштары уҙғарыла.
12 декабрь буран башланып, ҡар яуһа, ул 19 декабргә тиклем дауам итәсәк.
14 декабрь – ошо көнгә бөтә булған эш башҡарылған, юлдар бар, мал-тыуар – йылы ҡурала.
17 декабрь төнөн йондоҙҙар асыҡ һәм йымылдап күренһә, йылыта.
19 декабрь ҡышты, нисек кенә булмаһын, һәйбәт килә тип маҡтарға кәрәк, сөнки, ысынлап та, декабрҙең өсөнсө ун көнлөгө һалҡын һәм ҡарлы икән, киләһе йылы осор (апрель – октябрь) сағыштырмаса йылы, дымлы булыр, үҫемлектәргә бөтә шарттар ҙа етерлек күләмдә тыуыр тигән күҙаллауҙар күп осраҡта бойомға аша.
20 декабрь бәҫ төшкән көн. Был күренеш күберәк таулы ерҙәрҙә күҙәтелә, шул иҫәптән Уралда ла. Һырттарҙың өҫкө өлөшөндә үҫкән ағастар бәҫ менән мул ҡапланһа, уның февраль аҙағына тиклем һаҡланыуы ихтимал. Яҙ башында ағас ботаҡтары ошо ауырлыҡты күтәрә алмай һына башлай.
22 декабрь – иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Ҡояш, көньяҡ тропик параллеленә етеп (23,5°т.к.), кирегә борола. Ҡыштың һыуыҡҡа, йылдың йәйгә боролоуы ошо көндән башлана. Йәнлектәр өсөн иң ауыр мәл. Шуға ла ошо көндән башлап уларға ярҙам итеү кәрәк. Рәсәйҙә Петр I күрһәтмәһенә ярашлы мышыларға ярҙам итеү маҡсатында декабрҙә “тоҙлоҡтар” ойошторғандар, йәш уҫаҡ ағастарын ҡырҡып, ергә һалғандар, эре ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарына бесән бәйләгәндәр. Мышы итен Рәсәй флотында әүҙем ҡулланғандар. Тоҙланған итте йылдар буйы һаҡлап булған. Шуның өсөн дә мышы ите урыҫ телендә “солонина” тип атала.
23 декабрь ҡояш боролошоноң тәүге көнө. Көн сәпсек һикереүе арауығына оҙая. Ысынлап та, тәбиғәт йәнләнә башлай. Йәйен ыуылдырыҡ сәсергә урын эҙләй башлай, ә шыршы турғайы ылыҫ араһында үҙенә оя ҡора.
29 декабрь ағастарға бәҫ ҡунһа, ғинуар йылы була, көн һалҡын торһа, киреһенсә, һыуыҡ килә. Ғөмүмән, декабрь аҙағы – иң һыуыҡ мәл. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер күренештәр йылдың йылы осорға борола башлауын күрһәтә: ҡоштар аяҙ көндәрҙә сырылдаша башлай, йорт хайуандары ҡояш нурына тартыла, яландарҙа, урмандарҙа йәнлек эҙҙәре күбәйә башлай. Был инде уларҙың әүҙемләшеүенә ишара.
Ҡыш тәбиғәт йоҡоға тала тип беләбеҙ. Тик, иғтибар менән ҡараһаҡ, уның йоҡламауын, бары тик тормошоноң икенсе яҫылыҡҡа күсеп дауам итеүен күрәбеҙ.

Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.



Вернуться назад