Уйланылмаған аҙым ҡоһоро01.12.2015
Әлиә:

– Биш йыл инде ошо диагноз менән йәшәйем. Йөрөгән егетем Себерҙә эшләй ине. Ял мәлендә күңел асырға йөрөгән. Ауы­ры­ғанын үҙе лә белмәгән. Өйлә­нергә булдыҡ. Ауырға ҡалдым, ләкин балам “төштө”. Гинекология бүлексә­һендә дауаландым. Табип бүлмә­һенә саҡырғас, әллә ни аптыраманым да, әммә һүҙ­ҙәре йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Оҙаҡ ҡына томан эсендә йөрөгән кеүек хис иттем үҙемде. Хатта тәүҙә үҙемә ҡул һалырға булғайным. Яйлап был уйҙан төңөлдөм.
Егетем менән юлдар айырылды. Ул хәҙер ауылда, көнө-төнө эсеп йөрөй. Мин ҡалала. Эш­ләйем. Диагнозым тураһында белгәндәр һирәк. Әсәйемә әй­тергә тура килде. Уға ла был хәбәр ауыр тәьҫир итте. Тәүҙә минең өсөн айырым һауыт-һаба, таҫтамал тота ине. СПИД тура­һында ҡайҙалыр уҡығандыр, яйлап был сикләүҙәр бөттө. Әммә туғандарға әйтмәҫкә ҡушты.
Ауылға һирәк ҡайтам. Интернет селтәрендә үҙем кеүектәр менән йыш аралашам. Яңы ғына диагноз ҡуйылғандарҙы тыныс­ландырып, артабан нисек йә­шәргә кәрәклеген аңлатам. Үҙемдең “башҡаса” булыуыма өйрәндем шикелле. Ир-егеттәр менән хәҙер бөтөнләй осрашмайым, мөнәсәбәттәргә юл ҡуймайым. Был тема хәҙер минең өсөн ябыҡ.

Денис:

– Атай-әсәйемдән айырылып, ҙур ҡалаға килеү миңә насар тәьҫир итте. Төрлө байрам табындары менән бергә тормошома эскелек, наркомания килеп инде. Тәүҙә “Бер тапҡырҙан нимә булһын?” тип башлағайным, һө­ҙөмтәлә һигеҙ йылға “юғалғанмын”. Ваҡыты-ваҡы­ты менән туғандарым клиникаға урынлаштыра ине. Һуңғы тикше­ренеү ваҡытында СПИД тураһында белдем. Айныным. Наркотик һәм алкоголь менән ғүмерлеккә хушлаштым. Тик һуң инде...
Институттан ҡыуылғайным, ҡайтанан тергеҙҙеләр. Диплом алдым. Эшләйем. Элекке дуҫтарым­дың күбеһе “юҡҡа сыҡты”. Диагно­зымды белгәндән һуң хатта ҡайһы бер туғандарым да аралашыуҙы өҙҙө. Урамдың икенсе яғына сығып, күрмәмешкә һалышыусылар ҙа бар. Быға артыҡ көймәйем. Яңы кешеләр менән аралаша башла­һам, шунда уҡ диагнозымды әйтәм. Әгәр был кеше арҡаһын ҡуймай икән, һәйбәт, артабан аралашмаһа – уның хоҡуғы. Ҡыҙҙар менән дә шулай. СПИД-ҡа ҡаршы көрәшеп йәшәп була. Был хаҡта мин наркоманиянан дауаланған йәштәр алдында сығыш яһайым. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып кәңәштәр бирәм.

Артур:

– Был ауырыуға дусар булыуыма һаман үкенеп бөтә алмайым. Бынан бер нисә йыл элек тәүгә сит илгә ялға барғайным. Ундағы илерткес тәҡдимдәрҙән баш әйлән­де. Һаҡланыу саралары кәрәклеге башҡа ла килмәне. Һөҙөмтәлә – СПИД.
Әле миңә 37 йәш. Ғаилә ҡормағанмын. Үҙ бизнесым бар, әммә хәҙер тормошта бер нәмә лә ҡыуандырмай кеүек. Кем менәндер тормошомдо бәйләргә ҡурҡам. Был уйланмаған аҙым өсөн ҙур хаҡ түләнем.


Вернуться назад