Хәүефһеҙлек – заман талабы01.03.2012
Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән "Хәүефһеҙлек" республика форумы үткәрелеп килә. Быйыл республикабыҙ Хөкүмәте ярҙамында ойошторолған сараның эшен, ғәҙәттәгесә, төрлө махсуслаштырылған күргәҙмәләр байытты.
Миҫал өсөн, 19-сы махсуслаштырылған "Хәүефһеҙлек" экспозицияһында 80-дән ашыу предприятие ҡатнаша, уларҙың күпселеге – янғын һүндереү һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаларын етештереүселәр. 17-се тапҡыр үткән "Элемтә. Инфоком" күргәҙмәһе сиктәрендә иһә ГЛОНАСС системаһын ауыл хужалығында һәм пассажирҙар хәрәкәтенә мониторинг яһағанда ҡулланыу мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" ойоштороу ҡаралған. Ғөмүмән, форум эшендә төбәк белгестәре генә түгел, Мәскәү, Ҡазан, Һамар, Екатеринбург, Муром, Ростов өлкәһенән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша. Йыйында Башҡортостандың хәүефһеҙлек өлкәһендә эшләүсе барлыҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары эшенә һығымта яһаласаҡ, 2012 йылға бурыстар билдәләнәсәк. Айырыуса янғын йәһәтенән хәүефле осорға иғтибар бүленәсәк. Махсуслаштырылған күргәҙмәләр 2 мартҡа тиклем эшләйәсәк.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад