Һәр беребеҙҙең төп эшенән тыш ниндәйҙер шөғөлө бар. Таныш водителдең һүрәтте оҫта төшөрөүен беләм, инженерҙың шиғыр яҙыуына шаһит булдым. Һанай китһәң, күп улар. Мәҫәлән, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, танылған педагог, Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы Нурулла Биксуров туҙға икенсе ғүмер биреүҙе үҙенә ниәт итеп алған.– Ғүмер буйы мәктәптә эшләнем, физиканан уҡыттым, – тип башланы һүҙен Нурулла Таһир улы. – Бөгөн дә тик ятмайым, балаларға технология буйынса һабаҡ бирәм. Үҫмерҙәрҙең төрлөһө бар: һөйләгәнеңде күңеленә һеңдереүселәрҙән, һинең ауыҙыңа ғына ҡарап ултырыусыларҙан башҡа шаяндар ҙа юҡ түгел, улар ваҡыты-ваҡыты менән иғтибарын ситкә йүнәлтеүсән. Бының өсөн әрләргә лә ярамайҙыр уҡыусыны. Ундайҙар ҙа булырға тейеш. Минең дә шөғөлөм бар, тип маҡтанам уларға. Дәрестән тыш малай һәм ҡыҙҙарҙы мауыҡтырырға кәрәк тә инде.
Ҡайын туҙы менән электән “ауырыйым”. Йәш саҡта гел тегендә йүгерәһең, бында сабаһың, ә хәҙер әҙме-күпме буш ваҡыт ҡала. Келәтем тулы сеймал, тип мәрәкәләйем. Беҙҙең яҡ ағастарҙың төрлөлөгө менән айырыла, унда нимә генә үҫмәй. Имән, йүкә, саған өҫтөнлөк итә, ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ла күп кенә. Әммә ҡайын туҙын әллә ҡайҙа ятҡан Ҡариҙел районынан барып алам. Күптәр, мәшәҡәт түгелме, тип ғәжәпләнер. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Унда бажам Мулланур Рамаҙанов йәшәй, төп шөғөлө – урмансылыҡ. Уларҙа иһә күпләп ҡайын үҫә. Бер сәфәремдә урам буйында кәрәкмәй тигән мөһөр һуғылған туҙ өйөмө күҙгә салынды. Тотоп ҡараным, бынамын тигән, сыбар булып уралып яталар. Шунан бирле ҡунаҡҡа барған һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ туҙ алып ҡайтырға ғәҙәтләндем.
Кәштәмдә нимәләр генә юҡ. Стакан ҡуя торған һауыттан алып шкатулкаға тиклем. Һандыҡ эшләргә әүәҫмен, уны туҙ менән семәрләп ҡуйһаң, ифрат үҙенсәлекле төҫ инә. Малай-шалайға танк, пулемет, мылтыҡ кеүек уйынсыҡтар яһайым да уларҙы ла шулай биҙәкләйем. Хатта кепка ла бик килешле килеп сыға.
“Ул хәтлем әйбереңде ҡайҙа итәһең?” – тип һорайҙар. Әлләсе, ижад емештәремде күргәҙмәгә бер ҡасан да ҡуйғаным юҡ, күбеһенсә дуҫтарыма, таныш-тоношҡа бүләк итәм. Кемдер аҡса һуҙа, алмайым. Әйберҙәремде ҡомартҡы итеп һаҡлайым, өйҙә кәштәгә теҙеп ҡуям. Ҡатыным Рәйсәнең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Ҡыҙҙарым Лариса, Светлана, Дилара, кейәүҙәрем, ике ейәнем, дүрт ейәнсәрем маҡтап ебәрһә, тағы ла бирелеберәк эшкә тотонам.
Кемдер, туҙ туҙ инде, уның нимәһе бар, тиер. Миңә ҡалһа, унан да күҙ ҡамаштырырлыҡ әйберҙәр эшләргә, мөғжизә тыуҙырырға мөмкин. Уртаса ҙурлыҡтағы бер шкатулканы түргә ултыртып ҡуйыуға, мәҫәлән, биш сәғәт ваҡыт кәрәк.