Барыһы ла кеше хаҡына28.11.2015
Мәғлүм булыуынса, Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнде. Ошо айҡанлы ул журналистар менән осрашыу үткәреп, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Рөстәм Хәбиб улы Хөкүмәттә кадрҙар буйынса етди үҙгәрештәр көтөлмәһә лә, киләсәктә закондар сығарыу, дәүләт органдарындағы ҡайһы бер вәкәләттәр, эш барышына бәйле ниндәйҙер яңылыҡтар индерелеү ихтималлығын билдәләне.
Бөгөн коррупцияға ҡаршы көрәш – көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Ошо хаҡта ла һорау булды. Рөстәм Хәбиб улы:
– Был йәһәттән киләсәктә кадрҙарҙы тәғәйенләгәндә иң намыҫлыларҙы һайлап алырға кәрәк. Бары шул аҙым ғына һөҙөмтә бирәсәк, – тип яуапланы.
Йәнә тормош кимәлен, демографик хәлде яҡшыртыу, кешеләр мәнфәғәтендә эшләү, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙы арттырыу, инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән дә Хөкүмәт етәксеһе үҙенең эш планы менән уртаҡлашты.